Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2011, 22:41

Донъя яңылыҡтавры

Лондон тыныс түгелЙәкшәмбе кисендә Лондон урамдарында ығы-зығы ҡупты. Халыҡ-ара киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Энфилд райо­нында урындағы халыҡ полицейскийҙар менән бәрелешкән. 200-гә яҡын йәш кеше урамдарға сығып, магазиндарҙың, машиналарҙың тәҙрәләрен ватҡан, полиция машиналарына зыян килтергән.

Лондон тыныс түгел
Йәкшәмбе кисендә Лондон урамдарында ығы-зығы ҡупты.
Халыҡ-ара киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Энфилд райо­нында урындағы халыҡ полицейскийҙар менән бәрелешкән. 200-гә яҡын йәш кеше урамдарға сығып, магазиндарҙың, машиналарҙың тәҙрәләрен ватҡан, полиция машиналарына зыян килтергән.
Хәҙер магазиндарҙы, парковкалау урындарын көсәйтелгән полиция патрулдәре һаҡлай. Бөйөк Британияла хәл һаман да ҡатмарлы көйө ҡала. Бығаса тыныс ҡына йәшәгән Лондон халҡы полицейскийҙар тарафынан атып үлтерелгән 29 йәшлек таксист егеттең эше буйынса аныҡ аңлатмалар талап итә. Был егетте машинаһын тикшергән ваҡытта атып үлтергәндәр. Урындағы халыҡ, бындай ғәҙелһеҙлек менән риза булмайынса, урамдарға сығып, юлда осраған бөтә нәмәне ҡыйрата башланы. Улар ошо юл менән үҙҙәренә иғтибар талап итеп, мәсьәләне хәл итергә саҡыра.

Сүриә сиктән сыҡҡан
Сүриәнең хөкүмәт ғәскәрҙәре Дәйр-әз-Зор ҡалаһын баҫып алыр­ға тырыша.
ҡала халҡы араһында үлеүселәр, яраланыусылар бар, тигән мәғлүмәт еткерелә. Хөкүмәт армияһы бронетехника ярҙамында оппозиция ҡуйған кәртәләрҙе емереү менән мәшғүл. Ә инде һалдаттар, һәр бер йортҡа инеп, «террористик элементтар»ҙы эҙләй. Тыныс халыҡ араһынан үлеүселәр һаны арта, балаларҙы ла йәлләп тормайҙар.
ҡаланы баҫып алырға маташыу­ҙа 250-нән ашыу танк һәм бронемашина ҡатнашҡан. Ғәскәрҙәр гранаталар ҙа ҡулланған. Әлеге ваҡытта ҡала тулыһынса һалдаттар, техника менән уратып алынған, унда телефон эшләмәй, ут юҡ. Аныҡ ҡына мәғлүмәттәр алыу ҙа мөмкин булмаған хәл: урындағы хөкүмәт дәүләткә ҡарамаған киң матбуғат сараларын ябып бөткән. Төркиә Премьер-министры Тайып Эрдоган, был хәлгә битараф ҡала алмауы хаҡында белдереп, Дамаскыға сит ил эштәре министрын ебәрергә ҡарар итте.

Тимошенко һаман «йондоҙ»
Украинаның элекке Премьер-министры Юлия Тимошенконың ҡулға алыныуы менән риза булмаусы кешеләр Киевтағы Печора район суды бинаһы эргәһенә йыйылды.
Билдәле булыуынса, уны Рәсәй менән газ килешеүе төҙөгәндә үҙ вәкәләттәрен арттырып ебәргәне өсөн хөкөм алдына баҫтыр­ҙылар.
Кисә суд бинаһы алдында халыҡ айырыуса күп булды. Тикшереүҙәр быға тиклем дә барһа ла, элекке хөкүмәт рәйесен ҡулға алып, СИЗО-ға ябып ҡуйыу оппозиция вәкилдәрен сығырынан сығарҙы.
Урындағы милиция хеҙмәткәрҙәре суд бинаһын һаҡлай, улар менән Тимошенконың дуҫтары араһында аңлашылмаусанлыҡтар сығып ҡына тора.
Л. СИРАЕВА.
Читайте нас в