Ағымдағы йылдың икенсе яртыһында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының ипотека проекты эшләй башлаясаҡ. Был проектты тормошҡа ашырыу 250 ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк. Проект өсөн 87,3 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Быйыл Башҡортостанда янғындар һаны, былтырғы менән сағыштырғанда, биш тапҡырға кәмегән. Быға ГЛОНАСС навигация-мәғлүмәт системаһы ла булышлыҡ итә, тип иҫәпләйҙәр БР Урман хужалығы министрлығында. Спутник навигацияһын файҙаланыу янғындарҙы тиҙерәк күреү һәм һүндереү мөмкинлеген аса һәм эште һөҙөмтәлерәк итә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бишенсе мөйөш» тип аталған яңы тапшырыу эфирға сыҡты. Ул халыҡ өсөн мөһим булған һорауҙарға яуаптар, ҡатмарлы проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләйәсәк. Бының өсөн өҫтәлдең дүрт мөйөшөндә ултырған дүрт белгес теге йәки был көнүҙәк мәсьәләгә ҡарата үҙенең ҡарашын белдерәсәк, ә фекер туплау, ҡайһы юлдың дөрөҫ икәнен билдәләү тамашасы – бишенсе мөйөштә ултырыусы ихтыярына ҡуйылған.
Быйыл республикала моделле 67 китапхана асыласаҡ. Әлегә тиклем Башҡортостанда шундай 84 китапхана теркәлгәйне. Моделле китапхана тип заман стандарттарына ярашлы китапханалар эшмәкәрлеген атайҙар, уларҙың тәүгеһе республикала 2004 йылдан эшләй.
Тәтешле районының Вязовка ауылында «Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») төбәк-ара удмурт ижади лагеры асылды. Лагерь Башҡортостандан – 75, Пермь крайынан – 15, Удмурт Республикаһынан 10 баланы ҡабул итә. Белгестәр ял итеүселәрҙе удмурт мәҙәниәте, эстрада оҫталығы, фольклор, туҙҙан һауыт-һаба эшләү серҙәре менән таныштырасаҡ, ижад һөйөүселәр үҙҙәренең һәләтен һынап ҡарай аласаҡ.
Мәскәүҙең «Вече» нәшриәтендә Камил Йыһаншиндың «Скитники» тип аталған китабы баҫылды. Унда авторҙың ике өлөштән торған «Алдан алтыны» романы ингән. Китап былтыр З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылып, уҡыусылар араһында уңыш ҡаҙанды һәм автор В. Шишков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты исемен килтерҙе.
Башҡортостандың йәштәр делегацияһы «Селигер – 2011» Бөтә Рәсәй форумында республиканы лайыҡлы күрһәтте. Евгения Кунцеваның «БР блогерҙар мәктәбе» проекты бер нисә йөҙ мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды, Руслан һыртлановтың «Инновацион агропарк» проекты Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә лә таратыласаҡ, «Башҡорт Селигеры» проекты ла ыңғай баһа алды. Рәсәйҙең 40-лап ҡалаһынан 7 мең кеше ҡатнашҡан был смена бөгөн ябыла.
Вячеслав Глазычев етәкселегендәге Мәскәү эксперттары төркөмө Башҡортостандың социаль-иҡтисади торошона баһа бирҙе һәм киләсәккә тәҡдимдәр индерҙе. Улар Өфө һәм өсөнсө ранг ҡалалары араһында баланс тигеҙерәк бүленһен өсөн Салауат – Ишембай – Стәрлетамаҡ конгломерацияһын булдырырға, республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә инновацион процестарҙың сығанағы булырлыҡ ҡала төҙөргә тәҡдим итте. Туризм өлкәһе, күп инвестициялар талап ителеүе, көн торошоноң тотороҡло булмауы сәбәпле, ҙур перспективаларға эйә түгел, ә республикалағы шифаханаларҙы төҙөкләндереү һәм яңыларын төҙөү күпкә отошлораҡ, тип билдәләне белгестәр.
Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.