Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Финанс министрлығына бик ҡыҙыҡлы тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән: ул халыҡтың 2009 йылдың 1 ғинуарына тиклем йыйылған транспорт, мөлкәт, ер һалымын, пеня һәм штрафтарын ғәмәлдән сығарырға ниәтләй. Министрлыҡта ла быны хуплағандар.
Әлбиттә, бурыслыларҙы бер кем дә йәлләргә йыйынмай. Бында хәл башҡасараҡ. Беренсенән, бурысты түләй алмаусыны тик суд билдәләй, ә был процессуаль эш һалымсыларға тағы ла ҡиммәтерәккә төшә. Рәсәй халҡында, ғәҙәттә, бурыс күп булмай. Икенсенән, бурыстың барлыҡҡа килеүе лә күп осраҡта һалым инспекцияһындағы дөрөҫ булмаған мәғлүмәттән ғибәрәт. Мәҫәлән, машина бер нисә йыл элек урланған, ә транспорт һалымы һаман да элекке хужаһы исеменә һалына – мәғлүмәт яңыртылмаған.
Федераль һалым хеҙмәте сайтында «Шәхси кабинет» («Личный кабинет») серверы эшләй. Тап етешмәгән мәғлүмәттәр арҡаһында ул өҙөклөктәр тыуҙыра. Тиҙҙән яңыртылған, замансараҡ варианты сығасаҡ. Граждандарға һалымы тураһында мәғлүмәтте электрон почта аша алыу мөмкинлеге лә бар.