Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2011, 15:04

Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә һәр кем бара ала

Башҡортостан Президенты Хакимиәте унда барырға теләүселәр өсөн хәҙер тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Унда хатта төндә лә ишектәр ябылмай. Бының өсөн алдан яҙылырға ла, документтар күрһәтергә лә кәрәкмәй. Республика Президентының рәсми сайтында БР Президенты Хакимиәте буйлап виртуаль тур махсус хеҙмәте булдырылған.Интернет ҡулланыусылар алтынсы ҡаттың ентекле планы менән таныша, 3D-панорамаһын ҙурайтып, холл, коридор, ултырыштар, рәсми делегацияларҙы ҡабул итеү залдары һәм Рөстәм Хәмитовтың ҡабул итеү бүлмәһен ентекле ҡарай ала.

Башҡортостан Президенты Хакимиәте унда барырға теләүселәр өсөн хәҙер тәүлек әйләнәһенә асыҡ.
Унда хатта төндә лә ишектәр ябылмай. Бының өсөн алдан яҙылырға ла, документтар күрһәтергә лә кәрәкмәй. Республика Президентының рәсми сайтында БР Президенты Хакимиәте буйлап виртуаль тур махсус хеҙмәте булдырылған.
Интернет ҡулланыусылар алтынсы ҡаттың ентекле планы менән таныша, 3D-панорамаһын ҙурайтып, холл, коридор, ултырыштар, рәсми делегацияларҙы ҡабул итеү залдары һәм Рөстәм Хәмитовтың ҡабул итеү бүлмәһен ентекле ҡарай ала.
Читайте нас: