Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2011, 15:57

Өс һөйләм менән

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәктәре башлыҡтары араһында виртуаль киңлектә аралашыусы иң әүҙем 10 кеше иҫәбенә ингән. Төбәк мәғлүмәт институты блогтарҙы тикшереү ваҡытында губернаторҙарҙың әүҙемлеген һәм уҡыусылар менән бәйләнеште анализлай. Июнь айында ғына ла Р. Хәмитов блогында төрлө проблемаларға ҡағылышлы ете яҙыу ҡалдырған һәм уларға 1315 комментарий алған.

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәктәре башлыҡтары араһында виртуаль киңлектә аралашыусы иң әүҙем 10 кеше иҫәбенә ингән. Төбәк мәғлүмәт институты блогтарҙы тикшереү ваҡытында губернаторҙарҙың әүҙемлеген һәм уҡыусылар менән бәйләнеште анализлай. Июнь айында ғына ла Р. Хәмитов блогында төрлө проблемаларға ҡағылышлы ете яҙыу ҡалдырған һәм уларға 1315 комментарий алған.

Өфөлә БР Хөкүмәте менән «Alrai Group Holding Limited» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Был инвестиция проекты 4 – 5-се быуын биотехнологияларын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Документҡа ярашлы, ҡырмыҫҡалы районында биополимер, крахмал, глютен етештереүсе комплекс төҙөү ҡаралған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының ышаныс телефоны 8 (347) 233-99-99 номеры буйынса эшләй башланы. Көн һайын тәүлек дауамында Башҡортостанда йәшәүселәр ошо өлкәлә үҙҙәрен борсоған һорау менән мөрәжәғәт итә ала, шулай уҡ ҡайҙалыр килеп сығыуы мөмкин булған ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында ла хәбәр итергә була. Граждандарҙың мөрәжәғәттәре РФ ҡануниәтенә ярашлы теркәлә һәм уларға күрелгән саралар тураһында яҙма рәүештә яуап ебәрелә.

Башҡортостандың дүрт мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһына «НефАЗ» маркалы автобустар бирелде. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжы, БР Милли симфоник оркестры һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры шул исемлектә. Автобустар менән тәьмин итеү баш ҡала халҡын ғына түгел, республикала һәм Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә йәшәүселәрҙе мәҙәниәтебеҙ менән таныштырырға мөмкинлек бирә.

Бөгөн Октябрьский ҡалаһында күреү һәләте насар булған 1200 кеше йәшәй. Улар өсөн ҡаланың 2-се китапханаһы филиалы базаһында тифлоүҙәк ойошторола. Компьютер тифлотехнологиялары ярҙамында ҡулланыусылар компьютерҙа үҙ аллы эшләй, китап уҡый, скайп аша аралаша аласаҡ.

30 июлдә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында «Мәсетле оҫтаханаһы» конкурсы үтәсәк. Райондың ауыл биләмәләренән йәштәр командалары ҡатнашасаҡ бындай бәйге республикала тәүге тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостандың мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш уятыу һәм халҡыбыҙҙың кәсеп-шөғөлдәрен популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған конкурста йәштәр үҙҙәрен талдан кәрзин үреү, ағасты һырлап биҙәү, тегеү, ҡоймаҡ бешереү, кирбестән мейес һалыу, фольклорсылар һәм бесәнселәр конкурстарында һынаясаҡ.


Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас: