Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2011, 15:56

Күгәрсендә бассейнлы балалар баҡсаһы төҙөләсәк

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәләүез һәм Күгәрсен райондарында эш сәфәрендә ураҡ барышы, уларҙағы предприятиелар һәм инфраструктура эше менән танышты. Төбәк башлығы Мәләүез райо­нында Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуында арпа һәм һоло урыу барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәләүез һәм Күгәрсен райондарында эш сәфәрендә ураҡ барышы, уларҙағы предприятиелар һәм инфраструктура эше менән танышты.
Төбәк башлығы Мәләүез райо­нында Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуында арпа һәм һоло урыу барышы менән ҡыҙыҡһынды.
Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы техникаһын ҡараны һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Аграрийҙар республика башлығына иген культураларын бер гектарҙан – 30 – 35 центнер кимәлендә, ә ужым культураларын бер гектарҙан 50 центнерҙан ашыу урып алырға ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне. Бынан тыш, һауа шарттары быйыл мал аҙығын ҙур запас менән әҙерләү мөмкинлеге биргәнлектән, төбәк етәксеһе артып ҡалғанын мал аҙығы культуралары уңмаған төбәктәргә ебәреү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Президент Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводында, «Клен» ярма ярыу компанияһында булды.
Күгәрсен районында ул «Тәүәкән» дәүләт унитар предприятиеһының Сәлих ауылы эргәһендәге баҫыуында уңыш урып йыйыу барышын ҡараны. Ташландыҡ ферманы һатып алып, эре, ваҡ мал, йылҡы аҫраған Сергей Тужилкиндың эшмәкәрлеген Президент хупланы. Ул бындай предприятиеларға ярҙам итеү кәрәклегенә баҫым яһаны.
Район үҙәге Мораҡта юғары ҡунаҡ 220 урынлыҡ һәм бассейнлы балалар баҡсаһына тәүге нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. Объект киләһе йыл июндә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ул нәҡ әҙ ҡатлы 216 йорт төҙөләсәк микрорайонда урынлашасаҡ.
Мораҙым тарлауығы биләмәһендәге «Урман әкиәте» ял базаһында Рөстәм Хәмитов балалар ижады күргәҙмәһен ҡараны һәм 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар араһында ойошторолған «Байыҡ» республика конкурсының гала-концертын асыуҙа ҡатнашты. База менән танышыу унда асфальт юлы проблемаһы булыуын асыҡланы. «Байрамда йөҙәрләгән кешенең ҡатнашыуы бындай сараларҙың кәрәк һәм мөһим булыуын күрһәтә», – тип йомғаҡ яһаны төбәк башлығы.
Читайте нас: