Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2011, 17:26

Президентҡа ҡариҙелдәрҙең эшмәкәрлеге оҡшаны

БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡариҙел районына эш сәфәрендә был төбәктәге ҡайһы бер предприятиелар, социаль учреждениелар һәм инфраструктура объекттарының эше менән танышты. Үҙенең блогында ул районға сәфәре тураһында бына тимә тип яҙа:«Райондың матурлығы, Павловка һыу һаҡлағысы һәм Йүрүҙән тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Ғәҙәти күренеш − яр буйлап машиналар һәм палаткалар теҙелгән. Бесән өҫтө. Салғысылар йырғанаҡтарҙы һәм ярҙарҙы саба. Яландарҙа тығыҙ итеп төрөлгән бесән төктәре. Һуңғы көндәрҙә яуған ямғырҙар бесән әҙерләүгә ҡамасаулаған, әммә хәҙер көн яҡшырҙы − һәм эш ҡыҙа

Президентҡа ҡариҙелдәрҙең  эшмәкәрлеге оҡшаны
Президентҡа ҡариҙелдәрҙең эшмәкәрлеге оҡшаны
БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡариҙел районына эш сәфәрендә был төбәктәге ҡайһы бер предприятиелар, социаль учреждениелар һәм инфраструктура объекттарының эше менән танышты. Үҙенең блогында ул районға сәфәре тураһында бына тимә тип яҙа:
«Райондың матурлығы, Павловка һыу һаҡлағысы һәм Йүрүҙән тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Ғәҙәти күренеш − яр буйлап машиналар һәм палаткалар теҙелгән.
Бесән өҫтө. Салғысылар йырғанаҡтарҙы һәм ярҙарҙы саба. Яландарҙа тығыҙ итеп төрөлгән бесән төктәре. Һуңғы көндәрҙә яуған ямғырҙар бесән әҙерләүгә ҡамасаулаған, әммә хәҙер көн яҡшырҙы − һәм эш ҡыҙа.
Бик ҡыҙыҡ нәмәләр күрҙем. Күмер яндыралар. Яңы Бәрҙәш ауылында боронғо ағас күмерен етештереү кәсебенә тотонғандар. Бындай производствола эшләүселәрҙе күмер яндырыусылар тип йөрөтәләр. Күмерҙе ҡулланыусылар – металлургия заводтары, дачала ял итеүселәр, ресторандар, шешлекселәр. Уға ихтыяж бар. Производство үҫә. Бер нисә мейес эшләй. Эш хаҡы − айына 10−15 мең һум тирәһе. Был мейестәрҙе күреп, беҙ өлөшләтә боронғоға ҡайтабыҙ, тигән тойғо ҡалды. Башҡорт урмандарында элек Демидов заводтары өсөн күмер яндырғандар бит. Хәҙер, әлбиттә, ҡорамалдар бөтөнләй башҡаса, әммә эш ауыр: ағасты ҡырҡып ауҙарып, ташырға, ваҡлап бысырға, ярырға, яндырырға, әҙер күмерҙе үлсәп төрөргә кәрәк. Һәм быларҙың барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла. Производствоны камиллаштырыу проекттары бар, тик ресурстар кәрәк. Яҡынса тиҫтәләгән миллион һумлап. Асылда егеттәр яҡшы эшкә тотонған, зарланмайҙар, мыжымайҙар, ә урман ҡасабаһында производство булдырып, уны камиллаштырырға ынтылалар. Хәл ителмәгән проблемалар күп: сит-яттарҙың урмандар­ҙы ҡуртымға алыуы – улар артабан урман участкаларын үҙебеҙҙең йүнселдәргә һата (Бик ҡиммәткә! Спекулянттар!), кредит булмауы, Сәнәғәт министрлығындағы бюрократлыҡ. Был мәсьәләләрҙең барыһын да тикшерәсәкбеҙ».
Республика башлығы Байҡыбаш ауылында төрлө таҡта һәм ағас продукцияһы етештереүгә махсуслаш­ҡан «УфаЛесПром» сәнәғәт предприятиеһында етештереү технологияһы менән танышты, цехтарында булып, предприятиены бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү өлгөһө тип атаны: «Байҡыбаш ауылында ташландыҡ биналарҙа мебель етештереү цехы асылған. Эште тәүҙә ағас ярыуҙан башлағандар. Бурсаларға һәм таҡтаға. Ә хәҙер мебель етештерәләр. ҡытай белгесен саҡыртып, станоктарын һәм башҡа ҡорамалдарын урынлаштырғандар һәм эш башланған. Әле ике сменалы эшкә күсә башлағандар, сөнки мебелгә ихтыяж ҙур. Приозводство киңәйә. Өсөнсө смена ла буласаҡ. Сөнки ағастан эшләнгән сифатлы мебелде тиҙ генә һатып алып бөтәләр. Мәскәү, Питер кешеләре ала, хатта сит илдән дә ҡыҙыҡһыныусылар бар. ҡулдан эшләнгән мебель нығыраҡ баһалана.
Байҡыбашта ҡытай белгестәре эшләй. Һәм яҡшы эшләй».
Артабан республика башлығы реконструкция барған 1-се ҡариҙел урта мәктәбендә, XIX Ауыл спорт уйындары сиктәрендә зона буйынса футбол ярыштары барған стадионда булды. Яңы Бәрҙәш ауылында ағас эшкәртеүсе «Луч», «Юрюзаньдрев», «Азатлык», «ИП Хисамов» предприятиеларының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Юл ыңғайы район үҙәгендәге аҙыҡ-түлек магазиндарында үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның һатыуҙа булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынып, үҙ тауарыңды өҫтөнлөклө тәртиптә күрһәтә һәм һата белергә кәрәклеген билдәләне.
Республика етәксеһенә Өфө (ҡариҙел) йылғаһы аша һалынасаҡ аҫылмалы күпер проекты оҡшаны һәм ул бындай күперҙәрҙе башҡа райондарҙа ла төҙөргә кәрәклеген белдерҙе: «ҡариҙел аша һалынасаҡ аҫылмалы күпер макетын күрһәттеләр. 12 тонна йөктө күтәрә ала. Хаҡы ғәҙәттәге күперҙән 3 – 4 тапҡырға арзаныраҡ. Беҙҙең юлдарҙан ауыр йөк машиналары йөрөүен күҙ уңында тотоп, аҫылмалы күперҙең 25 – 30 тонна йөклө машиналарға сыҙамлылығын күрһәтеүҙәрен һораным. Бәләкәй аҫылмалы күперҙәр ҡариҙел районында Йүрүҙән аша һалынған. Матур ҙа, уңайлы ла һәм бик ҡиммәт тә түгел. Донъяла бөтә ерҙә лә аҫылмалы күперҙәр төҙөй­ҙәр. Һәм ниндәйҙәрен! Ныҡ тәрән һәм һыуҙа таяу ҡуйыу мөмкинлеге булмаған урындарҙа бағана аралары бер нисә саҡрым булғандары һуң!
Өфө аша аҫылмалы күпер ҡыҙыҡлы идеямы әллә фантазиямы?»
Читайте нас: