Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында Яппаровтар затын бик уңған, сабыр холоҡло, өлгөлө игенселәр династияһы тип беләләр. Роберт Әнфир улы – ошо данлыҡлы хеҙмәт династияһы вәкиле. Олатаһы Мирағәлим Яппаров районыбыҙҙа иң беренселәрҙән булып комбайнсы һөнәрен үҙләштергән.
Робертты (уның атаһы Әнфир ағайҙы ауылда «белгес» тип кенә йөрөтәләр) ауылдаштар «техника ене» ҡағылған егет тип атай. Ул хәрби хеҙмәттә лә һынатманы, «Хәрби әҙерлек отличнигы» исемен яуланы.
Егеттәр ата-бабаларының васыятын тота: «Ергә йәбешеп, ялҡаулыҡты онотоп, кәкрәйгәнсе эшләгеҙ! Вәт, булырһығыҙ ысын ир!».
Ағалары ла, Роберт үҙе лә был васыятҡа тоғро булды. 2009 йыл һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы кооперативында ураҡ еңеүсеһе исемен яуланы. Егет район буйынса ла һынатманы – район башлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Тормош иптәше Гөлсәсәк тә хужалыҡтың алдынғы һауынсыларының береһе. Яппаровтар мул тормошта йәшәй – ҡуралары мал, ҡош-ҡорт менән тулы, еләк-емеш тә үҫтерергә өлгөрәләр. Ғаилә еңел машиналы ла булды.
Эйе, йәшлектең ҡәҙерен белеп, ең һыҙғанып, эшкә бирелеп йәшәй Роберт менән Гөлсәсәк. Татыу ғаиләләрендә тәрбиәле өс ул үҫтерәләр.
Өлкән улдары Рузил Башҡорт иҡтисад-юридик техникумына уҡырға инде һәм үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә китте.
Егет Алыҫ Көнсығышта һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә уңышлы хеҙмәт итә. Хәрби әҙерлекте лә уңышлы тапшырыуы тураһында ата-әсәһе хат алды. ҡатмарлы радиоэлектроника, компьютерҙар менән оҫта идара итә һалдат. Хәрби күнекмәләрҙә лә һынатмаған. Ете йәшлек Руфил менән өсөнсө йәшкә киткән Рудиль дә егет антына тоғро ҡалып, ағайҙарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ, моғайын.
Яппаровтар затынан 15 ир-егет армияла уңышлы хеҙмәт итеп, барыһы ла хәрби хеҙмәт отличниктары булды.
Афарин, егеттәр! Эштә лә һынатмайҙар, хәрби бурыстарын да намыҫ менән үтәйҙәр.
Ф. КАШАПОВ.
Тәтешле районы,
Аҡсәйет ауылы.