Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2011, 14:07

Ахун таштары ни һөйләй?

− Өләсәй, кил яныма, бында таш йылыраҡ! – малай иң бейек менгирға (менгир − ергә вертикаль ҡуйылған таш бағана) устарын ҡуйып, күңелле йылмайҙы, − ә бында кемдер аҡса һалған! − Тейә күрмә, кеше уларҙы теләктәрен бойомға ашырыр өсөн ташлай, – оло йәштәге ҡатын башындағы яулығын артҡа ҡайырып бәйләне. – Ташты нығыраҡ ҡосаҡла, һаулыҡҡа туйып ҡалырһың.«Ахун менгирҙары» туҡталҡаһы асылған ваҡытта булды был һөйләшеү. Еңел машинала, арбала, йәйәү килгән халыҡ менгирҙарҙы ҡосаҡлап, уларға арҡалары менән терәлеп, устарын ҡуйып, бер-береһенә таштарҙың тылсымлы үҙенсәлектәре тураһында һөйләне: «ҡышын таштарҙың бер яғы гел дә йылы, ә икенсе яғы − һалҡын», «Элек бында ауырға ҡала алмаған ҡатындар килә торғайны, ошо таштар ыңғай тәьҫир итә, тиҙәр ине…». Йыйылыусылар экскурсовод Лилиә Иҫәнғолованы ла иғтибар менән тыңланы: «Комплекс 1996 йылда Силәбе дәүләт университетының этнография экспедицияһы тарафынан асылған, уны Ахунда йәшәүсе Жәүҙәт Әитов күрһәткән…»

Ахун  таштары  ни һөйләй?
Ахун таштары ни һөйләй?
Читайте нас: