Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2011, 16:42

Ағас әҙерләүҙең үҙ тәртибе

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа ағас эшкәртеүҙе ойоштороуға ҡағылған закон проектын ҡабул итте. Закон проектының төп маҡсаты − урманды законһыҙ рәүештә ҡулланыуҙы туҡтатыу. Унда ағасты сығарып һатҡан граждандарға ҡағылған ҡағиҙәләр ҙә бар. Ағасты артабан эшкәртеү өсөн алған юридик һәм физик шәхестәргә хәҙер ҡаты талаптар ҡуйыласаҡ. Мәҫәлән, граждандар үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыу өсөн алған ағасты урман материалдарын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошмаларға һата алмаясаҡ.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа ағас эшкәртеүҙе ойоштороуға ҡағылған закон проектын ҡабул итте.
Закон проектының төп маҡсаты − урманды законһыҙ рәүештә ҡулланыуҙы туҡтатыу. Унда ағасты сығарып һатҡан граждандарға ҡағылған ҡағиҙәләр ҙә бар. Ағасты артабан эшкәртеү өсөн алған юридик һәм физик шәхестәргә хәҙер ҡаты талаптар ҡуйыласаҡ. Мәҫәлән, граждандар үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыу өсөн алған ағасты урман материалдарын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошмаларға һата алмаясаҡ.
Бөтә эштәр ҙә документтар менән нигеҙләнеп башҡарылырға тейеш.
Читайте нас: