Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2011, 19:56

Туғыҙ быуын усаҡ яҡҡан был ерҙә

Тантаналы сара ауыл осонда ошо төйәкте үҙ иткән ҡанбабалары иҫтәлегенә ҡуйылған ташҡа «Иҙелбәк ауылына 1760 йылда Дәүләтбәк һәм Иҙелбәк нәҫелдәре нигеҙ һалған» тип яҙылған таҡтаташты асыуҙан башланды. Тарихҡа байҡау яһап, Юлай Иҙелбәков ҡунаҡтар алдында ҡыҫҡаса телмәр тотто, ауыл муллаһы Наил Тәүтирәков Шәжәрә байрамының иҫән-аман үтеүенә доға ҡылды. Ошонан ҡунаҡтар милли кейемдәге ике һыбайлы оҙатыуында тирмәләр ҡоролған, ҡан-ҡәрҙәштәренә мул табын әҙерләнгән, ырыуының шәжәрәләре ҡуйылған урынға ағылды. Бында Иҙелбәк ауылының сәнғәт оҫталары, ойоштороусылар ырыу­ҙаштарын сәләмләне, байрам барған майҙансыҡ йыр-моңдан өҙөлмәне, Өфөнән ҡайтҡан яҡташыбыҙ, йырсы Лилиә Ишемйәрова менән уның тормош иптәше, бейеү сәнғәтендә киң танылыу тапҡан филармония солисы Урал Мортазин моңло, дәртле тауыштары менән тирә-яҡты яңғыратып, ҡан-ҡәрҙәштәрҙең, рухташтар­ҙың байрам тантанаһына йәм бирҙе, уларҙың йыр-бейеүҙәре был сарала ҡатнашҡан һәр кемдең күңеленә хуш килде, әсир итте.

Туғыҙ быуын усаҡ  яҡҡан был ерҙә
Туғыҙ быуын усаҡ яҡҡан был ерҙә
25 июндә Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында Шәжәрә байрамы үтте. Унда Дәүләтбәковтар, Иҙелбәковтар, Ишемйәровтар, Байбулатовтар, Күсәковтар, Тоҡомбәтовтар үҙ нәҫелен барланы, ата-бабалары тарихына байҡау яһаны.

Ишемйәровтар вәкилдәре ауыл хужалығында, сәнғәттә, мәғарифта ихтирам ҡаҙанған. Мәҫәлән, Айрат Ишемйәров – ауыл хужалығы фәндәре докторы, уның атаһы Шәрифҡол – һуғыш ветераны, яу яланын взвод командиры дәрәжәһендә үткән. Булат Ишемйәров – Үтәғол ете йыллыҡ мәктәбендә директор вазифаһын биләгән, тәжрибәле етәксене аҙаҡ республикабыҙҙың Мәғариф министрлығына күсерәләр. Байтаҡ йылдар Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге мәктәптә лә директор булып эшләгән. Аҙаҡҡы йылдарын районыбыҙҙың ҡарғалы, Муйнаҡ мәктәптәрендә етәкселек иткән, үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә көсөн йәлләмәгән. Бөтә республикала танылыу яулаған йырсылар Лилиә һәм Фәриҙә Ишемйә­роваларҙың ҡартатаһы Зобханғол «Овцевод» совхозында управляющий булған. Марат Ишемйәров хеҙмәт биографияһының 27 йылын механизатор һөнәрендә ер эштәренә бағышлаған. БСТ телеканалы хәбәрсеһе Шамил Ишемйәров та ырыуының мәртәбәһен күтәрә. Жюри Ишемйәровтарҙың шәжәрәһен «Иң яҡшы тасуирлау» номинацияһында еңеүсе тип билдәләне.
Тәүге тапҡыр Шәжәрә байрамын билдәләүҙәренә ҡарамаҫтан, иҙелбәктәр был етди сараға әҙерләнеүҙә ойошҡанлыҡ күрһәткән. Ауылға нигеҙ һалыусы төп ырыу вәкилдәренән тыш, яҙмыш ҡушыуы буйынса совет дәүерендә күсеп килгән, хәҙер инде ошонда тамыр йәйгән Күсәков­тар, Байбулатовтар, Тоҡомбәтовтар аралары ла ҡан-ҡәрҙәштәрен оло табын­ға йыйҙы, балаларын үҙ-ара таныштырҙы, нәҫелдәренең арҙаҡлы улдарының фиҙакәр хеҙмәт юлын барланы, иҫкә төшөрҙө. Данлыҡлы малсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабир Күсәковтың нәҫел-нәсәбе уның шәжәрәһен төҙөп элгән.
– Беҙҙең ырыу башында йөҙбашы Туғыҙбай менән ҡатыны Барсынбикә торған. Улар граф Перовскийҙың әмере буйынса Яңыбай ауылына ебәрелгән. Уларҙан ҡотлозаман исемле ул тыуып, ир етеп, Гөлзифа исемле һылыу менән ғаилә ҡора һәм ҡороюл йылғаһы буйына килеп төйәкләнә. Нәҫелде дауам итеп, уларҙың өс балаһынан тыуған ҡот­логилде, Гөлъямал һәм Муллагилде менән Ғәзизәнән Камал, Ишғәле, Хәзирә, Нәбирә, Рамаҙан һәм Мөхәмәтғәли донъяға килгән. Хеҙмәт батыры Сабир Күсәковтың шәжәрә тамыры шулай ишәйеп китә, – тип сығыш яһаны мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән Рәзилә Төрөпҡолова. Ул да ошо аранан. Күсәковтарҙың хәҙерге быуыны мәктәп музейына «Орденлы яҡташтарыбыҙ» күргәҙмәлеген бүләк итте. Байбула­товтар төҙөгән шәжәрә «Иң үҙенсәлеклеһе» номинацияһында еңде.
Сығышы менән ҡужанаҡтан булған Тоҡомбәтов­тарҙың арҙаҡлы вәкиле Ғәй­нислам Мөхәмәтғәли улын да тормош һуҡмағы Иҙелбәк ауылына 1960 йылда илткән. Ул 1937 йылда ҡыҙыл Армияға алына, хеҙмәте аҙағына яҡынлашҡанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Белоруссия фронтында баҫҡынсылар­ға ҡаршы алыштарҙа өлкән лейтенант дәрәжәһендә взвод менән етәкселек иткән. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. «Йыл һайын билдәләнгән Еңеү көнөндә ул бигерәк тә «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалын ҡулына алып, һуғыш хәтирәләрен иҫләп илаған», – тип һөйләне ейәне Алик Әсхән улы. Сибай ҡалаһы прокуроры вазифаһын биләгән Әсхәт Тоҡомбәтов мәктәп музейына «Арҙаҡлы шәхестәр», «Гүзәл тәбиғәт күренештәре» тип исемләнгән фотоальбомдар бүләк итте. Ғөмүмән, Тоҡомбәтовтарҙың ырыуына хәрбилек хас. Мәҫәлән, Фәтхлислам Ғәйнислам улы ла БР эске эштәр министры урынбаҫары, БР-ҙа кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаларын биләгән. Бөгөн дә ошо эштә иленә хеҙмәт иткән Тоҡомбәтовтарҙы эске эштәр органдарында осратырға була. Ә Әсхән Ғәйнитдин улы 37 йыл урман хужалығында эшләгән, урмансылар династияһына башланғыс һалған. Хәҙер уның эшен улы Алик дауам итә. Тоҡомбәтовтарҙың шәжәрәһе «Тамыры иң тәрән өйрәнелгән» номинацияһында билдәләнеп, 3-сө урынға сыҡты.
– Совет дәүерендә «бәләкәй ха­лыҡтар»ҙың тарихы инҡар ителеп, уҡыу йорттарында өйрәнелмәһә лә, халыҡ хәтере барыбер үҙенең үткәнен һаҡлай, нисек кенә уны онотторор­ға теләһәләр ҙә, уны белеүселәр табыла. Эйе, бөйөк халыҡтың тарихы данлы, ул алтын бөртөктәренә бәрәбәр һәм ҡасан да булһа беҙҙең дә ҡаһарман шәхестәребеҙҙең азатлыҡ көрәше үҙ баһаһын лайыҡлы алып, изге исемдәре иленә ҡайтыр. Бына ни өсөн Шәжәрә байрамдарын билдәләү мөһим. Уны байрам тип атау бигүк дөрөҫ тә булмаҫ. Тарихи асылыбыҙҙы юғалтмауҙа, телебеҙҙе, тимәк, милләтебеҙҙең ҡеүәһен күтәреүҙә мөһим бер тәрбиәүи сара булып тора ул. Сөнки, тарихты яҡшы өйрәнеү, белеү генә милләттәштәребеҙҙең рухын үҫтерә, илһөйәрлекте күтәрә. Бөгөн нәҡ ошо сифаттарҙы үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙың аңына һеңдереү – һәр ата-әсәнең изге бурысы.
Эйе, Иҙелбәк ауылында ойошто­рол­ған Шәжәрә байрамы, ул ниндәй генә замана ҡаршылыҡтарына тап булмаһын, мәҫәлән, аҡсаһыҙлыҡ, уны үткәреүҙең бюджеттан финанс­ланмауы һ.б., яҡшы килеп сыҡты. Сараның йомғаҡлау өлөшөндә сығыш яһап, хеҙмәт ветераны Таһир ағай Дәүләтбәков: «Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, был осраҡта ул бөтөнләй төйөр­һөҙ килеп сыҡты», – тип бик тапҡыр итеп үҙ баһаһын бирҙе, байрамдың уңышлы үтеүенә ишара яһап.
Тимәк, ойоштороусыларҙың бар тырышлығы тиккә булмаған. Сөнки улар тейешле урында, кәрәк ваҡытта тупланып, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алған. Халҡы өсөн эшләгәндәрҙе халыҡ күрә шул. ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһендә етәкселектә тап шундай кешеләр эшләй ҙә.
Йомабайҙың немец самолеты көпшәһенән эшләгән ҡурайы бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә

Читайте нас: