Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2011, 19:48

Шәжәрә ағасыбыҙ артабан да тарбаҡланһын өсөн тырышасаҡбыҙ

Күгәрсен районының таулы, урманлы бер төбәгендә урынлашҡан ауылдың халыҡ араһында таралған атамаһы – Сәңкем. Тимәк, бында сәңкем-ҡыпсаҡтар йәшәй. «...Мәскәүҙәге Рәсәй дәүләт хәрби-тарихи архивынан ике хәрби картаның күсермәһен алып ҡайтҡайным. 1786 йылда ташҡа баҫылғанында Бикес, Эткөсөк, Теләүембәт, ҡайыпҡол ауылдары күрһәтелгән. Тәүәкән ауылы урынындағыһының исеме Изяпова тип яҙылған...» – тип телгә алған Фәтих Азаматов Тәүәкән ауылы тарихына арналған «Йәнтөйәктә – беҙҙең яҙмыштар» тигән китабында (әлеге атама ауыл янындағы Күнйәп йылғаһы исеменә ауаздаш). Ырымбур өйәҙенең 1799 – 1802 йылдарҙа төшөрөлгән картаһында «Туваканово» тип яҙылған.

Шәжәрә ағасыбыҙ артабан да  тарбаҡланһын өсөн  тырышасаҡбыҙ
Шәжәрә ағасыбыҙ артабан да тарбаҡланһын өсөн тырышасаҡбыҙ
Шуға ла Шәжәрә байрамына тәүәкәндәр ентекле әҙерләнде. Ауыл төҙөклөгө менән былай ҙа маҡтана ала. Сара алдынан да һәр кем тирә-яғын, кәртә-ҡураһын ҡараштырҙы. Бына яуам, бына яуам, тип торған ямғыр ҙа ауыл халҡына байрам үткәрергә форсат бирҙе. Шәһәровтар, Иҫәнгилдиндар, Шәһиүәлиевтар, Әбдрәхимовтар, ҡаразбаевтар, Мыр­ҙашевтар, Рәхимовтар, Ғафаровтар, Ғәлиевтар шәжәрә ағастарын төҙөп, туған-тыумасаһын, ҡунаҡтарҙы нәҫел-нәсәптәре менән таныштырҙы. Ауылдаштар бергә йыйылған һәр байрам ихлас үтә инде ул – бында алыҫта йәшәгәндәр ҙә, оҙаҡ күрешмәй торған туғандар, дуҫтар ҙа осраша. Үткәнеңде барлау ниндәйҙер кимәлдә уйға ла һала, күҙҙәргә йәш тә килтерә. Була, барыһы ла була ошондай сараларҙа. Улар үтеп кенә торһон. Ә был Шәжәрә байрамы тәүгә ойошторолдо.
Тәүәкән халҡын байрамда Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин да тәбрикләне. «Сәңкем» фольклор ансамбле, «Күнйәп» балалар ансамбле лә майҙан уртаһында булды. Билдәле йырсылар Ғәзим Ильясов, Резеда Әминева, Ришат Ғәлиханов та сығыш яһаны. Ауылдаштар уйындарҙа, спорт ярыштарында ла ҡатнашты. Байрамдың рәсми өлөшөн Гөлдәр Әбдрәхимова менән Илшат Сәлихов дәртле, йөкмәткеле итеп алып барҙы. Кисен иһә олоһо, йәше таңға тиклем тиерлек дискотекала бейене, фейерверк ҡараны.
Өлгөлө йорттар, та­тыу ғаиләләр билдәләнде, шәжәрә ағасын ентекле өйрәнеүселәр ҙә барланды. Иң ҡупшы йорт Гөлнара һәм Аза­мат Әбдрәхимовтар­ҙы­ҡы тип табылды. Сәриә Ғәлиева­ның балконлы йорто ла күр­кәм өйҙәрҙең береһе. Бер һүҙ ме­нән әйткәндә, бүләкләнеүселәр күп бул­ды. Был ауыл халҡының матур, йыйнаҡ йәшәргә ынтылышын аңлата.
Шәһәровтар нәҫел ебен иң төплө өйрәнеүселәр тип билдәләнде. Мирхәт Әсҡәт улы Әбдрәхимовтар шәжәрәһен ғилми материалдарға таянып байытһа, ҡараз­баев­тар нәҫел ағасын биҙәүгә үҙенсәлекле һәм ижади ҡараған.
Һәм, әлбиттә, ауылдың иң өлкән кешеһенә – Бибиямал ҡаразбаеваға хөрмәт күрһәтелде.
...Урмандары, йылғалары,
Тау-таштары, аҡландарын,
Ололарҙың йолаларын
Һис ҡасан да онотмам.
Был – минең йәнтөйәгем,
Был – минең Тәүәкәнем.
Ауыл хаҡындағы йырҙан был юлдар. Әлеге байрамға ҡырҙан ҡайт­ҡан тәүәкәндәргә айырыуса ҡәҙерле ул һүҙҙәр. Бөгөн Тәүәкәндә тормош гөрләй. Халҡы урындағы «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй, урамдар ҙурая, йәш ғаиләләр ҙә барлыҡҡа килеп кенә тора, сабыйҙар тыуа. Өлкәндәр иһә йәштәргә өгөт-нәсихәтен биреп, уфтанмай-һыҡранмай, һәр нәмәгә шөкөр итеп, һәүетемсә генә йәшәй. Улар – киләһе быуынға үҙҙәре яҙған тарихты дауам итергә тапшырыусылар. Барыһының да теләге бер – донъялар имен булһын, шул саҡта шәжәрә ағастары ла ҡуйыраҡ тарбаҡланыр.

Әйткәндәй

Тәүәкән халҡы «Йәшлек»те яратып уҡый, байрамда ла гәзитебеҙгә яҙылыу ойошторолдо. Урын­дағы дуҫтарыбыҙ әйтеүенсә, баҫмабыҙҙа өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә көтөп алған мәҡәләләр байтаҡ.

А. ЗИННУРОВА.
З. РӘХИМОВА фотолары.
Читайте нас: