Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2011, 21:15

Был аҙнала беҙҙе... Өмөтләндерҙе...

Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы 2012 йылдың 1 июненән составында кодеин булған дарыуҙарҙы рецепт буйынса ғына һата башлауҙы ойошторорға вәғәҙә итә. Кодеинлы препараттарҙы кешеләр синтетик наркотиктар әҙерләү өсөн ҡуллана. Дезоморфин әҙерләү өсөн наркомандарға әллә ни алыҫҡа йөрөргә түгел − йорт янындағы дарыуханаға ғына инеп сығыу ҙа етә. «Крокодил» исемен йөрөткән был афәт көндән-көн күберәк йәштәрҙе үҙенең һаҙлығына батыра. Быға тиклем кодеинлы препарттарҙы рецепт менән генә һата башлауҙың ваҡытын аныҡ әйтмәйҙәр ине. Хәҙер, исмаһам, аныҡ дата билдәле.

Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы 2012 йылдың 1 июненән составында кодеин булған дарыуҙарҙы рецепт буйынса ғына һата башлауҙы ойошторорға вәғәҙә итә.
Кодеинлы препараттарҙы кешеләр синтетик наркотиктар әҙерләү өсөн ҡуллана. Дезоморфин әҙерләү өсөн наркомандарға әллә ни алыҫҡа йөрөргә түгел − йорт янындағы дарыуханаға ғына инеп сығыу ҙа етә. «Крокодил» исемен йөрөткән был афәт көндән-көн күберәк йәштәрҙе үҙенең һаҙлығына батыра. Быға тиклем кодеинлы препарттарҙы рецепт менән генә һата башлауҙың ваҡытын аныҡ әйтмәйҙәр ине. Хәҙер, исмаһам, аныҡ дата билдәле.
Читайте нас: