Рәсәйҙең дүрт гражданы Индонезияның Банджармасин портында күңел асҡанда ағыулы алкоголь ҡулланыуҙан һәләк булды.
Уларҙың бөтәһе лә − «Капитан Курбацкий» судноһы экипажы ағзалары. Тимер рудаһын ташыу менән шөғөлләнгән был суднола эшләүселәр өйгә ҡайтыр алдынан күңел асып алыу маҡсатында кисә ойошторған. Тик уларҙың кисәһен ағыулы матдә ҡушылған спиртлы эсемлектәр боҙған − бер егет хатта кисә барышында уҡ палубала ятып үлгән.
Судно экипажының бер нисә ағзаһы һаман дауаханала ята, улар араһында ауыр хәлдәгеләр ҙә бар.
Рәсәй кешеләренең Төркиәлә спиртлы эсемлектәр менән ағыуланып үлеүенә күп ваҡыт та үтмәне әле. Беҙҙең ил граждандарының төрлө илдәргә барып, ағыулы спиртлы эсемлектәр эсеп һәләк булыуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп китмәгәйе...