+11 °С
Болотло
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
"Вконтакте"
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2011, 20:35
Заман журналисы заман менән бергә атлай
Быйыл мине күбәләктәрҙең күплеге хайран итте. Бер ҡасан да ул тиклем күбәләктәрҙең күпләп, хатта өйөр-өйөр булып осоп йөрөгәнен күргәнем юҡ ине. Салауат районында үтәсәк журналистар слетына китеп барғанда беҙҙе ап-аҡ ҡына тере сәскәләр юл буйы оҙатып барҙы.Байрам буласаҡ яланға килеп ингәс тә, тәү башлап ҡаршы алыусылар шул нәфис күбәләктәр ине. Ә төрлө төҫтәре менән балҡып ултырыусы тирмә-палаткалар сағыу сәскәләрҙе хәтерләтте. Йомшаҡ йәшел үләнгә аяҡ баҫыу, иркә ел алып килгән сәскәләрҙең хуш еҫен тойоу, Йүрүҙән буйҙарын моңға сорнап яңғыраған музыканы ишетеү менән күңелгә байрам рухы инеп ояланы. Хәйер, был тойғо иртәрәк, юлда уҡ яралғандыр инде, әммә данлыҡлы батырыбыҙ, илебеҙҙең мәшһүр улы Салауат еренә аяҡ баҫҡас, нығынып, рухландырып ебәрҙе.
Заман журналисы заман менән бергә атлай
Читайте нас: