-4 °С
Болотло
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2011, 21:48
Япония, рәхим ит!
Башҡортостанға Япония делегацияһы килеп ҡайтты. Алыҫ көнсығыш иленең утыҙлаған рәсми вәкиле менән осрашыу ваҡытында партнерлыҡ өлкәләре билдәләнде.Тәү сиратта был – химия сәнәғәтенә һәм ауыл хужалығына ҡараған машина һәм станок төҙөү тармағы. Бигерәк тә химия йүнәлешендә һәйбәт проекттар булдырырға мөмкин, сөнки Башҡортостан был юҫыҡта Рәсәйҙә алдынғы урында тора. Төҙөлөштә лә ике яҡҡа ла ыңғай йоғонто яһаған эшмәкәрлекте үҫтереп була. Республика япондарҙың тәжрибәһен өйрәнергә әҙер. Беҙҙе айырыуса заманса экологик төҙөлөш материалдары ҡыҙыҡһындыра. БР Президенты Р. Хәмитов эре төҙөлөш компанияһының вәкиллеген асыу мөмкинлеге булыуын да әйтте. Гүзәл тәбиғәт, уның һауыҡтырыу факторы – беҙҙең республиканың ғорурлығы. Быны ла алыҫ сит ил менән бәйләнештәрҙә файҙаланырға була. Мәҫәлән, ер тетрәүҙән ҡаза күргән балаларҙы саҡырырға мөмкин. Киләсәктә берлектәге һауыҡтырыу учреждениелары төҙөү перспективаһы ла бар.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?