-7 °С
Болотло
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
"Вконтакте"
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2011, 17:40
Башҡортостанға ҡунаҡ килгән – теге остан, был остан!
Әбйәлилдә һабансылар байрамы быйыл «Берҙәмлек» X халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале менән бергә үрелеп барҙы. Башҡортостан, Рәсәй, сит ил халыҡтары мәҙәниәтен популярлаштырыу, төрлө илдәрҙең ижади коллективтары менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған сара, әлбиттә, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналғайны. Әбйәлилдәр ҡунаҡтарҙы ла, үҙҙәренең артистарын да ихлас тәбрикләне, сығыштарын алҡыштарға күмде. Сәхнәгә бер-бер артлы Италиянан «А Пачиандерра Сансустиса» фольклор ансамбле, Төркиәнән «Кечиорен», Һиндостандың Педжаб штатынан «Патнала» бейеү ансамблдәре күтәрелде. Әбйәлилдәрҙе Әзербайжандан килгән Фикрет Әмиров исемендәге дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле лә, ҡаҙағстандан Жансая Жумекенова менән Азамат Мукатовтың инструменталь дуэты ла һөйөндөрҙө.
Башҡортостанға ҡунаҡ килгән – теге остан, был остан!
Читайте нас: