Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2011, 16:12

«УРМАН» ШАРТЛАНЫ...

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү оло фажиғәгә килтерҙе 26 майҙа көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә Иглин райо­нының Урман ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан РФ Оборона министрлығының төп ракета-артиллерия ида­­ралығы 99-сы арсеналының боеприпастар складында ҡоралдарҙы планлы утилләштереү ваҡытында янғын сыға һәм снарядтар бер-бер артлы шартлай башлай.

«УРМАН» ШАРТЛАНЫ...
«УРМАН» ШАРТЛАНЫ...
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү оло фажиғәгә килтерҙе
Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, армия генералы Дмитрий Булгаков килде. Улар штабта оператив кәңәшмә үткәрҙе һәм фажиғә урынын вертолеттан йөрөп ҡараны. Боеприпастар һаҡланған складтарҙа шартлауҙар һаман да дауам итә. Янғынды һүндереү өсөн һыу эргәләге быуанан алына. Халыҡ эвакуацияланған ауылдарҙа мародерҙар йөрөүе лә асыҡланған. Тәртип һаҡсылары урлашыуҙар булмаһын өсөн ауылдарҙа дежур итә.
Янғындан зыян күргән кешеләр кисә кис йорттарына ҡайта башланы һәм тәүге матди ярҙамды алды. Йорттары янғандар ваҡытлыса урындағы властар әҙерләгән урындарҙа йәшәп торасаҡ, уларға дүшәмбенән яңы өйҙәр төҙөй башлаясаҡтар. Төҙөлөш буласаҡ урындар билдәләнгән. Янғындан йорт-ҡаралтылары зыян күреүселәргә зыян күләме ҡайтарыласаҡ.
Фажиғә булыу сәбәпле, бөгөн үтәсәк район һабантуйы 11 июнгә күсерелде.

З. ЙӘһҮҘИНА.
Читайте нас: