Рөстәм Хәмитов «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Игорь Зюзин менән осрашты.
Унда һүҙ ошо компания составына ингән Белорет металлургия комбинатының эше тураһында барҙы. Атап әйткәндә, 2011 йылға ҡорос канаттар етештереү күләмен арттырыуға 2,2 миллиард евронан ашыуыраҡ инвестициялар һалыу күҙаллана.
Төбәк башлығы берлектәге эште киңәйтеү яғында.