Өфөлә Рөстәм Хәмитов һуғыш, хеҙмәт һәм ҡораллы Көстәр ветерандары менән осрашты. Унда дәүләттең социаль сәйәсәте, уның төп йүнәлештәре хаҡында һүҙ барҙы.
Республика Президенты ветерандар менән бергәләп республикала сәнәғәт, социаль туризм, һаулыҡ һаҡлау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм өлкән быуынға төрлө яҡлап ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Уның билдәләүенсә, республикала ветерандар өсөн айырым исем, билдә эшләнәсәк. Һыу, йылылыҡ һәм газ счетчигы өсөн ҡайһы бер категория ветерандарына компенсация түләнәсәге, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уларға ҡарата иғтибар артасағы тураһындағы хәбәр ҙә ололарҙы һөйөндөрҙө.
Осрашыуҙа Президент «Һуғыш, хеҙмәт һәм ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» БР Законының бөтә положениелары ла 2012 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәген билдәләне.