Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2011, 14:37

Әбейҙәр ҙә «аська»ла аралашмаҡсы

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡа­ра­ры ме­нән беҙҙә ололар өсөн махсус халыҡ университеты булдырылды. Был хаҡтағы ҡарарға БР Прези­денты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡа­ра­ры ме­нән беҙҙә ололар өсөн махсус халыҡ университеты булдырылды. Был хаҡтағы ҡарарға БР Прези­денты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Республика программаһы оло йәштәге ке­шеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында ҡабул ителде. Программа ололарҙы заманса тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы өҫтәмә уҡытыу маҡсатын ҡуя. Уға ярашлы, өлкәндәр компьютер­ҙы, инглиз телен өйрәнеү, ғаилә психология­һы нигеҙ­ҙәрен көнкүрештә файҙаланыу мөм­кинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ ҡә­ҙерле олатай-өләсәй­ҙәребеҙ шәхси гигиена, һаулыҡты нығытыу, физ­культура буйынса ла белемен арттырасаҡ.
Уҡыу дисциплиналары республика район һәм ҡалаларында йә­шәгән оло йәштәге кешеләр менән һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителде. Бындай уҡыуҙар Туй­мазы, Салауат ҡалаларында, Өфөнөң Совет районында быға тиклем дә ойошторола ине. Ошо көнгәсә халыҡ университеты өсөн бюджеттан аҡса бүленмәне. Хәҙер был йүнәлеш тағы ла күберәк оло кешене йәлеп итәсәк.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, оло йәштәге кешеләр бе­лемгә, заман технологияларын аңларға ынтыла. Ха­лыҡ университеттары шулай уҡ ололарҙың бер-береһе менән аралашып йәшә­үенә лә булышлыҡ итәсәк.
Лилиә СИРАЕВА.
Читайте нас: