Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2011, 19:08

Әгәр Президентҡа һорауың булһа

23 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк. Республика башлығы менән «тура бәйләнеш» ике сәғәт дауамында – киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем барасаҡ. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә күсмә телевизион станциялар эшләйәсәк. Граждандар менән диалог «Спутник FМ» радиостанцияһы аша ла тапшырыласаҡ. Әлеге ваҡытта Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар ҡабул ителә башланы. Уларҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми сайтында – http:/tv-rb.ru/ – бирергә мөмкин. Президенттың телекүпер режимында халыҡ менән аралашыуы беренсе тапҡыр үтәсәк.

23 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк.
Республика башлығы менән «тура бәйләнеш» ике сәғәт дауамында – киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем барасаҡ. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә күсмә телевизион станциялар эшләйәсәк. Граждандар менән диалог «Спутник FМ» радиостанцияһы аша ла тапшырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар ҡабул ителә башланы. Уларҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми сайтында – http:/tv-rb.ru/ – бирергә мөмкин. Президенттың телекүпер режимында халыҡ менән аралашыуы беренсе тапҡыр үтәсәк.
Читайте нас: