Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2011, 14:37

«Ҡыҙыл әтәс» автомобиль майҙарына «ҡунған»

Баш ҡаланың сәнәғәт зонаһында, Азатлыҡ урамында, шәхси эшҡыуарҙың автомобиль майҙары келәтендә янғын сыға. Диспетчер хеҙмәтенә был турала хәбәр 18 сәғәт 41 минутта килеп етә һәм янғын һүндереүселәр уны 21 сәғәт 30 минутта һүндереп бөтә. Һөҙөмтәлә яҡынса 300 квадрат метр майҙанда алты тонна май янып юҡҡа сыҡҡан. «ҡыҙыл әтәс»тең балаларҙың ут менән шаярыуынан килеп сығыу ихтималлығы тикшерелә – төнгө ҡарауылсы бер төркөм баланың келәт тирәһендә уйнағанын күргән.

Баш ҡаланың сәнәғәт зонаһында, Азатлыҡ урамында, шәхси эшҡыуарҙың автомобиль майҙары келәтендә янғын сыға.
Диспетчер хеҙмәтенә был турала хәбәр 18 сәғәт 41 минутта килеп етә һәм янғын һүндереүселәр уны 21 сәғәт 30 минутта һүндереп бөтә. Һөҙөмтәлә яҡынса 300 квадрат метр майҙанда алты тонна май янып юҡҡа сыҡҡан.
«ҡыҙыл әтәс»тең балаларҙың ут менән шаярыуынан килеп сығыу ихтималлығы тикшерелә – төнгө ҡарауылсы бер төркөм баланың келәт тирәһендә уйнағанын күргән.
Читайте нас: