Республика башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Нефтекамала булды.
Ул ҡала хакимиәте башлығы Владимир Громов менән осрашты, ҙур предприятиеларҙа етәкселәр һәм эшселәр менән аралашты. Шулай уҡ ҡаланың мәктәп-интернаты һәм Нефтекама машиналар эшләү колледжы менән танышты.