Ул республиканың күпселек райондарында һәм ҡалаларында үтәсәк. Йыл һайын үткәрелеп килгән сара барышында Өфөлә, Өфө районында һәм Нефтекамала «Соцветие» тип аталған поляк мәҙәниәте фестивале аҙна буйы дауам итәсәк, унда Польша делегацияһы ҡатнашасаҡ.
17 майҙа Иглин районының Иглин ауылында белорус шиғриәте көндәре планлаштырылған. Бәләбәй районының Надеждин, Өсән-Ивановка һәм Өфө районының ҡыҙылъяр ауылында боронғо рус йырҙары байрамы уҙғарыласаҡ. Стәрлетамаҡ районының Золотоношка, Краснокама районының Николо-Березовка ауылдары халҡын фольклор байрамы һәм әҙәби кисәләр көтә. Бындай саралар шулай уҡ Өфөлә С. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында, республика вуздарында һәм йәкшәмбе мәктәптәрендә лә ойоштороласак.
Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре 29 майға тиклем дауам итәсәк.