«2011 йылдың айыҡ ауылы» республика конкурсы сигендә 21 майҙан ауыл-ҡасабаларҙа Себер федераль университеты (Красноярск) профессоры Виктор Кривоногов семинар үткәрәсәк.
Сараның ойоштороусыһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте.
Семинар 21 майҙа Әбйәлил районының ҡырҙас ауылында башлана, артабан 22 майҙа – Темәс (Баймаҡ), Йәнтеш (Хәйбулла), 23-өндә – Йылайыр, Иҫәнғол (Ейәнсура), Мораҡ (Күгәрсен) ауылдарында, 24-ендә – Күмертау, Мәләүез ҡалаларында һәм Ермолаев ҡасабаһында (Көйөргәҙе), 25-ендә – Федоровка һәм Стәрлебаш райондарында, 26 майҙа Салауат, Ишембай ҡалалары һәм Талбазы (Ауырғазы) ауылында буласаҡ.
Һуңғы семинар 27 майҙа Ғафури районының Сәйетбаба ауылында уҙа. Әйткәндәй, Виктор Кривоногов башҡортса һәм татарса яҡшы аңлай.