Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2011, 17:45

Өмәгә сыҡ!

Республикала һәр ерҙә экологик өмәләр дауам итә. Был сара 9 апрелдә башланды һәм 21 майғаса барасаҡ. Бөтә ойошма, ведомство, учреждениеларға биләмәләрен төҙөкләндереү, йыйыштырыу һәм йәшелләндереү бурысы ҡуйылған. БР Хөкүмәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азамат Илембәтов әйтеүенсә, ошо саралар сигендә май байрамдарына тиклем юлдарҙағы соҡор-саҡыр ремонтланасаҡ, йәйгә ағымдағы төҙөкләндереү эштәре ҡарал­ған. Ә экологик өмәләргә килгәндә, ҡышҡы сүп-сарҙан таҙартыу, ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу һ.б. шундай эштәргә 10 июндә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йомғаҡ яһаласаҡ. Шуныһы ла бар: өмәләр мәлендә «Тәбиғәт» дәүләт унитар учреждениеһы ҡарамағындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны йөктәрҙе бушлай ҡабул итәсәк. Үткән шәмбелә Өфө ҡалаһындағы өмәлә 60 мең самаһы кеше ҡатнашты. ҡалдыҡтарҙы полигонға илтеү өсөн 450 берәмек техника файҙаланылды.

Республикала һәр ерҙә экологик өмәләр дауам итә. Был сара 9 апрелдә башланды һәм 21 майғаса барасаҡ. Бөтә ойошма, ведомство, учреждениеларға биләмәләрен төҙөкләндереү, йыйыштырыу һәм йәшелләндереү бурысы ҡуйылған.
БР Хөкүмәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азамат Илембәтов әйтеүенсә, ошо саралар сигендә май байрамдарына тиклем юлдарҙағы соҡор-саҡыр ремонтланасаҡ, йәйгә ағымдағы төҙөкләндереү эштәре ҡарал­ған. Ә экологик өмәләргә килгәндә, ҡышҡы сүп-сарҙан таҙартыу, ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу һ.б. шундай эштәргә 10 июндә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йомғаҡ яһаласаҡ.
Шуныһы ла бар: өмәләр мәлендә «Тәбиғәт» дәүләт унитар учреждениеһы ҡарамағындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны йөктәрҙе бушлай ҡабул итәсәк.
Үткән шәмбелә Өфө ҡалаһындағы өмәлә 60 мең самаһы кеше ҡатнашты. ҡалдыҡтарҙы полигонға илтеү өсөн 450 берәмек техника файҙаланылды.
Читайте нас: