Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2011, 16:30

«ВТБ24» банкыһы Башҡортостанда эшмәкәрлеген киңәйтмәксе

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «ВТБ24» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Михаил Задор­нов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.Был осрашыуҙа «ВТБ24» банкыһы менән Башҡортостан Респуб­ли­каһы араһында артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ барҙы. Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортос­тандың банкылар хеҙ­мәте баҙарында лидер булырлыҡ мөмкинлеге бар. Ошо юҫыҡта эш алып барыуҙы әүҙемләштерергә генә кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «ВТБ24» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Михаил Задор­нов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Был осрашыуҙа «ВТБ24» банкыһы менән Башҡортостан Респуб­ли­каһы араһында артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ барҙы. Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортос­тандың банкылар хеҙ­мәте баҙарында лидер булырлыҡ мөмкинлеге бар. Ошо юҫыҡта эш алып барыуҙы әүҙемләштерергә генә кәрәк.
Михаил Задорнов әйтеүенсә, «ВТБ24» банкыһы беҙҙә филиалын дүрт йыл элек асҡан. Өфөлә быйыл йыл башында ун «ВТБ24» банкыһы булған, хәҙер тағы ла икәүҙе асырға иҫәп тотола. Республиканың Неф­текама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында ла өс офис бар. Әлеге ваҡытта Салауат ҡалаһында филиал асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Әлбиттә, банк етәкселеге Баш­ҡортостандағы эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә, тағы ла киңерәк йәйелдерергә иҫәп тота.
Михаил Задорнов Башҡортос­танда ипотека кредиты биреүҙе ике тапҡырға арттырырға ниәтләүҙәре тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ла иғтибар артасаҡ. Был тармаҡты үҫтереү өсөн айырым программалар буйынса кредиттар биреү күҙаллана. Дөйөм алғанда, «ВТБ24» банкыһын, халыҡ өсөн эшләй, тип әйтергә мөмкин. Был эре финанс учреждениеһы беҙҙе бөгөн борсоған проблемалар­ҙы хәл итеүҙә ҡатнашырға әҙер.
Читайте нас: