Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2011, 17:47

Ҡоштарға һунар итеүгә рөхсәт ал!

Республикала яҙғы һунар миҙгеле асылды. Хәҙер Башҡортостан урмандарында ата ҡор менән һуйырға, вальдшнепҡа, ҡыр өйрәгенә һәм ҡыр ҡаҙына һунар итергә мөмкин. Тик бер «әтнәкә»һе бар: дәүләт пошлина­һы һәм йыйымдар түләгәндәргә генә һунар итеү рөхсәт ителә. Йыйым түләү ҡор менән һуйырға һунарға ғына ҡағыла. ҡалған ҡоштарға дәүләт пошлинаһы 400 һум тора.Һунар миҙгеле 1 майға тиклем дауам итә. Рөхсәт ҡағыҙы БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында бирелә.

Республикала яҙғы һунар миҙгеле асылды. Хәҙер Башҡортостан урмандарында ата ҡор менән һуйырға, вальдшнепҡа, ҡыр өйрәгенә һәм ҡыр ҡаҙына һунар итергә мөмкин.
Тик бер «әтнәкә»һе бар: дәүләт пошлина­һы һәм йыйымдар түләгәндәргә генә һунар итеү рөхсәт ителә. Йыйым түләү ҡор менән һуйырға һунарға ғына ҡағыла. ҡалған ҡоштарға дәүләт пошлинаһы 400 һум тора.
Һунар миҙгеле 1 майға тиклем дауам итә. Рөхсәт ҡағыҙы БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында бирелә.
Читайте нас: