Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2011, 16:35

«Бергә беҙ – көс!»

Бөгөн Өфөнөң Урмансылар паркында ошо исемдә экологик өмә үтә. Сараны БР Урман хужалығы һәм Өфө урмансылығы булышлығында Баш­ҡорт­остан йәштәр яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы ойоштора. Өмәлә ҡатнашыусылар ҙа – студенттар, йәш белгестәр.Ассоциация рәйесе Илнур ҡот­ләхмәтов һүҙҙәренсә, был өмә йәштәрҙең тирә-яҡ мөхит торошона ҡа­рата яуаплылығын күтәреү маҡсатын ҡуя. «Ошондай саралар менән беҙ тораҡ пункттарҙа йәшәү мөхитен яҡшыртабыҙ, ҡала күркәмлеге кимәлен арттырабыҙ», – ти ул.Өмәлә ҡатнашырға теләүселәр паркка сәғәт дүрттә йыйыла.Әйткәндәй, бөтөн республикабыҙ буйынса экологик өмәләр дауам итә. Унда битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала.

«Бергә беҙ – көс!»
«Бергә беҙ – көс!»
Бөгөн Өфөнөң Урмансылар паркында ошо исемдә экологик өмә үтә. Сараны БР Урман хужалығы һәм Өфө урмансылығы булышлығында Баш­ҡорт­остан йәштәр яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы ойоштора. Өмәлә ҡатнашыусылар ҙа – студенттар, йәш белгестәр.
Ассоциация рәйесе Илнур ҡот­ләхмәтов һүҙҙәренсә, был өмә йәштәрҙең тирә-яҡ мөхит торошона ҡа­рата яуаплылығын күтәреү маҡсатын ҡуя. «Ошондай саралар менән беҙ тораҡ пункттарҙа йәшәү мөхитен яҡшыртабыҙ, ҡала күркәмлеге кимәлен арттырабыҙ», – ти ул.
Өмәлә ҡатнашырға теләүселәр паркка сәғәт дүрттә йыйыла.
Әйткәндәй, бөтөн республикабыҙ буйынса экологик өмәләр дауам итә. Унда битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала.
Читайте нас: