Апрелдең тәүге декадаһында Төркиәнең Анталия ҡалаһында һуҡырҙарҙың халыҡ-ара спорт федерацияһының Бөтә донъя уйындары үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы унда 122 миҙал яуланы, шуларҙың 50-һе – алтын. Башҡортостан спортсылары еңел атлетика, дзюдо һәм йөҙөүҙә ҡатнашып, дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе. Алтын миҙал яулаусылар араһында Оксана Новокшенова (дзюдо), Александр Неволин-Светов, Оксана Савченко, Михаил Зимин (йөҙөү), Алексей Лабзин, Альберт Әсәҙуллин, Андрей Копте, Елена Паутова (еңел атлетика) бар. Яҡташтарыбыҙҙы ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ!
Лилиә МӨРСӘЛЕВА.