Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2011, 14:42

Йәй нисек буласаҡ?

«Росгидромет»тың фаразлау­ҙары буйынса, быйыл яҙ һуңлаңҡырап килә, ә йәй экстремаль эҫе булмаясаҡ. Рәсәйҙең Европа территорияһында температура күрһәткестәре былтырғынан тү­бәнерәк, дөйөм алғанда, ил буйынса температура режимы уртаса статистик кимәлдән артмаясаҡ. Аномаль юғары температура Урал һәм Себер федераль округтарында, урыны-урыны менән Волга буйы федераль округында һәм Чукоткала көтөлә. Үҙәк, Көньяҡ, Волга буйы һәм Урал федераль округтарының ҡайһы бер төбәктәрендә – июль – сентябрҙә, Себер федераль округында майҙан сентябргә тиклем янғындар ихтималлығынан һаҡ булырға кәрәк. Хәйер, тип өҫтәй метеорологтар, былар тик фаразлау ғына, ә теүәл прог­нозды биш көн алда ғына әйтеп була. Р. БАЙЫШЕВА.

Йәй нисек буласаҡ?
Йәй нисек буласаҡ?
«Росгидромет»тың фаразлау­ҙары буйынса, быйыл яҙ һуңлаңҡырап килә, ә йәй экстремаль эҫе булмаясаҡ. Рәсәйҙең Европа территорияһында температура күрһәткестәре былтырғынан тү­бәнерәк, дөйөм алғанда, ил буйынса температура режимы уртаса статистик кимәлдән артмаясаҡ.
Аномаль юғары температура Урал һәм Себер федераль округтарында, урыны-урыны менән Волга буйы федераль округында һәм Чукоткала көтөлә. Үҙәк, Көньяҡ, Волга буйы һәм Урал федераль округтарының ҡайһы бер төбәктәрендә – июль – сентябрҙә, Себер федераль округында майҙан сентябргә тиклем янғындар ихтималлығынан һаҡ булырға кәрәк.
Хәйер, тип өҫтәй метеорологтар, былар тик фаразлау ғына, ә теүәл прог­нозды биш көн алда ғына әйтеп була.

Р. БАЙЫШЕВА.
Читайте нас: