Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2011, 14:59

Йәмәғәт советы ҡабул итә

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы етенсе йыл эшләй. Уның эшмәкәрлеге халыҡ араһында киң таралған. Министрлыҡ совет составына төрлө һөнәр белгестәрен йыйыуҙы хуп күрә, шуға ла төрлө мөрәжәғәт-үтенестәргә яуапты фән, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары, дини конфессия вәкилдәре бирә. Мәҫәлән, халыҡты сираттағы ҡабул итеүҙә совет ағзаһы, БР Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бейбарсов менән Эске эштәр министрлығының бүлек мөдире Айҙар Халиҡов ҡатнашты.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы етенсе йыл эшләй. Уның эшмәкәрлеге халыҡ араһында киң таралған.
Министрлыҡ совет составына төрлө һөнәр белгестәрен йыйыуҙы хуп күрә, шуға ла төрлө мөрәжәғәт-үтенестәргә яуапты фән, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары, дини конфессия вәкилдәре бирә. Мәҫәлән, халыҡты сираттағы ҡабул итеүҙә совет ағзаһы, БР Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бейбарсов менән Эске эштәр министрлығының бүлек мөдире Айҙар Халиҡов ҡатнашты.
Совет ҡарамағында биш эшсе төркөм булдырылған: ҡараусыһыҙ бәлиғ булмағандарҙы күҙәтеү, юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, полиция хеҙмәткәрҙәренең абруйын, рухи-әхлаҡи, мәҙәни-эстетика кимәлен күтәреү һәм эске эштәр бүлектәре эшмәкәрлегендә кеше хоҡуҡтарын һаҡлауға булышлыҡ итеү. Ғөмүмән, йәмәғәт советының телефоны бер ҡасан да тынмай.
Ғ. ҒӘЙНЕТДИНОВА.
Читайте нас: