Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2011, 15:03

Сергей Довлатовҡа мемориаль таҡта асыласаҡ

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә, яҙыусы Сергей Довлатов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыуҙы һорап, хат килде.Быйыл 3 сентябрҙә бөтә донъяға билдәле рус яҙыусыһының тыуыуына 70 йыл тула. Уның әҙәби мираҫын Иосиф Бродский, Александр Солженицындарҙың ижады менән бер рәткә ҡуялар. Башҡортостан өсөн Довлатовтың юбилейы икеләтә әһәмиәтле, сөнки яҙыусы Өфөлә тыуған. Республика Президенты, рус яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүҙең әһәмиәтен иҫәпкә алып, мемориаль таҡтаташты Өфө ҡалаһының Гоголь урамындағы 56-сы йортҡа урынлаштыу проектын хупланы.

Сергей Довлатовҡа мемориаль таҡта асыласаҡ
Сергей Довлатовҡа мемориаль таҡта асыласаҡ
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә, яҙыусы Сергей Довлатов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыуҙы һорап, хат килде.
Быйыл 3 сентябрҙә бөтә донъяға билдәле рус яҙыусыһының тыуыуына 70 йыл тула. Уның әҙәби мираҫын Иосиф Бродский, Александр Солженицындарҙың ижады менән бер рәткә ҡуялар. Башҡортостан өсөн Довлатовтың юбилейы икеләтә әһәмиәтле, сөнки яҙыусы Өфөлә тыуған.
Республика Президенты, рус яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүҙең әһәмиәтен иҫәпкә алып, мемориаль таҡтаташты Өфө ҡалаһының Гоголь урамындағы 56-сы йортҡа урынлаштыу проектын хупланы.
Э. ХӘБИБУЛЛИНА.
Читайте нас: