26 майҙа илебеҙҙә Рәсәй эшҡыуарлығы көнө билдәләнәсәк. Һөнәри байрамдары уңайынан Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы «Линии торговли» журналы менән берлектә махсус проект ойоштора.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, махсус проекттың төп маҡсаттары — Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү перспективаларын һәм йомғаҡлау сараларын яҡтыртыу; бәләкәй эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса парламент тыңлауҙарына әҙерлек барышында төп проблемаларҙы тикшереү; республиканың эшҡыуарлыҡ берләшмәләренең һәм берекмәләренең эшмәкәрлеген яҡтыртыу; алдынғы һәм социаль яуаплы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт биреү.
Эшлекле программанан тыш, ул, ғәҙәттә, байрам өлөшөн дә күҙ уңында тота.