Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2011, 15:02

Башлыҡтар ҙа уҡый

Өфөлә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары семинары башланды. Сараның төп маҡсаты – муниципалитеттар етәкселәренең профессионаллеген күтәреү. Семинарҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш тенденцияларына, муниципалитеттарҙың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлеге аспекттарына анализ яһаласаҡ, муниципаль ойошмаларҙың инновацион үҫеше һәм кадрҙар сәйәсәте, халыҡ менән эшләгәндә заманса коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ. Семинар программаһында, лекцияларҙан тыш, муниципаль берәмектәр­ҙең актуаль проблемалары буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр, эшлекле уйындар ойоштороласаҡ.

Өфөлә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары семинары башланды. Сараның төп маҡсаты – муниципалитеттар етәкселәренең профессионаллеген күтәреү.
Семинарҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш тенденцияларына, муниципалитеттарҙың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлеге аспекттарына анализ яһаласаҡ, муниципаль ойошмаларҙың инновацион үҫеше һәм кадрҙар сәйәсәте, халыҡ менән эшләгәндә заманса коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ. Семинар программаһында, лекцияларҙан тыш, муниципаль берәмектәр­ҙең актуаль проблемалары буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр, эшлекле уйындар ойоштороласаҡ.
Тыңлаусылар алдында БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев, БР Хөкүмәтенең вице-премьерҙары, төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, федераль структураларҙың территориаль подразделениелары, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, билдәле ғалимдар сығыш яһай. Семинар 22 апрелдә муниципалитеттар етәкселәрен аттестациялау менән тамамлана.
Читайте нас: