Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2011, 15:38

«Парктар маршы»на ҡушылайыҡ, йәмәғәт!

Был акция 22 апрелдән 30-ына тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – халыҡты тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, кешеләрҙә тәбиғәт менән һоҡланыу, уның торошо өсөн яуаплылыҡ тойғоларын уятыу. Акция барышында традицияға инеп барған умырзая сәскәһен һаҡлау, урмандарҙы таҙартыу, урамдарҙағы һәм ихаталарҙағы сүп-сарҙы йыйып түгеү, йәшелләндереү эштәре ҡарала. Уҡыу йорттарында экология дәрестәре, тәбиғәтте, биотөрлөлөктө һәм айырым һаҡланыла торған территорияларҙы һаҡлау буйынса әңгәмәләр һәм лекциялар үткәреләсәк. Сарала дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары һәм парктары, балаларҙың экологик ойошмалары, «Башҡортостан» милли паркы ҡатнашасаҡ.

Был акция 22 апрелдән 30-ына тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – халыҡты тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, кешеләрҙә тәбиғәт менән һоҡланыу, уның торошо өсөн яуаплылыҡ тойғоларын уятыу.
Акция барышында традицияға инеп барған умырзая сәскәһен һаҡлау, урмандарҙы таҙартыу, урамдарҙағы һәм ихаталарҙағы сүп-сарҙы йыйып түгеү, йәшелләндереү эштәре ҡарала. Уҡыу йорттарында экология дәрестәре, тәбиғәтте, биотөрлөлөктө һәм айырым һаҡланыла торған территорияларҙы һаҡлау буйынса әңгәмәләр һәм лекциялар үткәреләсәк.
Сарала дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары һәм парктары, балаларҙың экологик ойошмалары, «Башҡортостан» милли паркы ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: