Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2011, 15:35

Миграция сәйәсәте мәсьәләләре тикшерелде

Өфөлә, Республика йортонда, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте директоры урынбаҫары Екатерина Егорова менән осрашып, илдәге һәм республикалағы миграция сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе. Юғары квалификациялы хеҙмәт ресурстарын Рәсәйгә йәлеп итеү һәм йәшерен миграцияға ҡаршы көрәш проблемаһы тураһында ла һүҙ барҙы.– Республика Президентының миграция сәйәсәте мәсьәләләренә конструктив ҡарашы бар, – тип билдәләне Екатерина Егорова. – Башҡортостанда миграция мәсьәләһе ярайһы имен: кире эҙемтәләргә килтерерлек киҫкен мәлдәр күҙәтелмәй. Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең илгә килгәндә сит ил халҡы үҙен уңайлы тойһон, шулай уҡ йәшерен миграцияға бәйле хәүеф-хәтәргә юл ҡуйылмаһын өсөн, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте әүҙем профилактика саралары үткәрә.

Өфөлә, Республика йортонда, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте директоры урынбаҫары Екатерина Егорова менән осрашып, илдәге һәм республикалағы миграция сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе. Юғары квалификациялы хеҙмәт ресурстарын Рәсәйгә йәлеп итеү һәм йәшерен миграцияға ҡаршы көрәш проблемаһы тураһында ла һүҙ барҙы.
– Республика Президентының миграция сәйәсәте мәсьәләләренә конструктив ҡарашы бар, – тип билдәләне Екатерина Егорова. – Башҡортостанда миграция мәсьәләһе ярайһы имен: кире эҙемтәләргә килтерерлек киҫкен мәлдәр күҙәтелмәй.
Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең илгә килгәндә сит ил халҡы үҙен уңайлы тойһон, шулай уҡ йәшерен миграцияға бәйле хәүеф-хәтәргә юл ҡуйылмаһын өсөн, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте әүҙем профилактика саралары үткәрә.
Читайте нас: