Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2011, 17:00

Яҙғы ташҡын үҙен күрһәтә башланы

10 апрелдә Юшатыр йылғаһында ҡапыл һыу күтәрелеү һөҙөмтәһендә Көйөргәҙе районының Мораптал ауылындағы 18 өйҙө һыу баҫҡан. Сәбәбе – ауыл эргәһендәге күпер аҫтында боҙ тығылыу. ҡотҡарыусылар 54 кешене һыу баҫҡан урындан эвакуациялаған. Кешеләр малдарын ваҡытлыса күршеләренә күсереп торған. Социаль әһәмиәттәге объекттарға һыу барып етмәгән.Ташҡын эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеү өсөн ауылға 38 хеҙмәткәр һәм 23 берәмек техника килгән. Эш боҙҙо шартлатыуға барып етмәгән – Юшатыр ярҙарына кире ҡайтҡан һәм кешеләр өйҙәренә ҡайта башлаған.

Яҙғы ташҡын үҙен күрһәтә башланы
Яҙғы ташҡын үҙен күрһәтә башланы
10 апрелдә Юшатыр йылғаһында ҡапыл һыу күтәрелеү һөҙөмтәһендә Көйөргәҙе районының Мораптал ауылындағы 18 өйҙө һыу баҫҡан.
Сәбәбе – ауыл эргәһендәге күпер аҫтында боҙ тығылыу. ҡотҡарыусылар 54 кешене һыу баҫҡан урындан эвакуациялаған. Кешеләр малдарын ваҡытлыса күршеләренә күсереп торған. Социаль әһәмиәттәге объекттарға һыу барып етмәгән.
Ташҡын эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеү өсөн ауылға 38 хеҙмәткәр һәм 23 берәмек техника килгән. Эш боҙҙо шартлатыуға барып етмәгән – Юшатыр ярҙарына кире ҡайтҡан һәм кешеләр өйҙәренә ҡайта башлаған.
Читайте нас: