-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2011, 17:13

Донъя яңылыҡтары

Мөбәрәк яуап бирәМысырҙың элекке президенты Хөсәйен Мөбәрәк күп һанлы ҡорбандарға килтергән бола ваҡытында демонстранттарға ҡаршы көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә. Һандарға иғтибар итһәк, илдә хөкүмәткә ҡаршылыҡ күрһәтеү сараларында 800 самаһы кеше һәләк булған. Бынан тыш, прокуратура хеҙмәткәрҙәренең элекке ил башлығына коррупция буйынса ла һорауҙары бар. Әммә элекке президент ғәйепте ҡәтғи рәүештә кире ҡаға һәм был мәсьәлә буйынса тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерә.

Мөбәрәк яуап бирә

Мысырҙың элекке президенты Хөсәйен Мөбәрәк күп һанлы ҡорбандарға килтергән бола ваҡытында демонстранттарға ҡаршы көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә.
Һандарға иғтибар итһәк, илдә хөкүмәткә ҡаршылыҡ күрһәтеү сараларында 800 самаһы кеше һәләк булған. Бынан тыш, прокуратура хеҙмәткәрҙәренең элекке ил башлығына коррупция буйынса ла һорауҙары бар. Әммә элекке президент ғәйепте ҡәтғи рәүештә кире ҡаға һәм был мәсьәлә буйынса тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерә.

Францияла пәрәнжәлә йөрөү тыйылды

Дүшәмбенән Францияла урамда һәм йәмәғәт урындарында пәрәнжә кейеүҙе тыйған закон ғәмәлгә инде.
Законды һанламаған мосолмандар өсөн 150 евро күләмендә штраф ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына өйҙәрендә, ябыҡ ассоциацияларҙа, предприятиеларҙа, дини йолаларҙы үтәү урындарында битте ҡаплау рөхсәт ителә. Әле илдә ике меңдән ашыу мосолман ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Әйткәндәй, әлеге закон өсөн урындағы парламенттың ике палатаһы ла 2010 йылдың сентябрендә үк тауыш биргәйне, ә октябрҙә закон илдең Конституция советында хуплау тапты.

Польша президенты самолетының һәләкәтенә – бер йыл

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың саҡырыуы буйынса Польшаның дәүләт башлығы Бро­нислав Коморовский Смоленскиға килде. Ике ил президенты Ту – 154 самолетының һәләкәткә тарыған урынында булып, һәләк булыусы­лар­ҙы иҫкә алды, «Катынь» мемориаль комплексына сәскәләр һалды.
Медведев менән Комо­ровскийҙың осрашыуын ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙың сираттағы этабы булыр тип фаразлайҙар.

Демократтар әҙер түгел

АҡШ Президенты Барак Обама 15 апрелгә тиклем Америка хөкүмәтен финанслауҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһындағы закон проектына ҡул ҡуйҙы. Документ 2011 йыл финансына федераль бюджет булмаған хәлдә хөкүмәттең эшмәкәрлеген туҡтатмауҙы тәьмин итеү өсөн мөһим. Сөнки ил былтырғы йылдың 1 октябренән алып бюджетһыҙ йәшәй. Был функцияны хөкүмәтте ваҡытлыса финанслау резолюцияһы үтәй. Әле апрель уртаһына тиклем АҡШ-тың закондар һәм башҡарма власть тармаҡтарына проект буйынса килешеү бурысы тора. Республикандар дефицитты кәметеү һәм дәүләт бурысын үҫтереүҙе ауыҙлыҡлауҙы талап итә. Демократтар әлегә быға әҙер түгел.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.