Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2011, 17:13

Ауылдың социаль үҫеше программаһы үтәлергә тейеш

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫар­ҙары менән кәңәшмәлә «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы средстволарын үҙләштереү проблемаһы күтәрелде.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫар­ҙары менән кәңәшмәлә «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы средстволарын үҙләштереү проблемаһы күтәрелде.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин әйтеүенсә, программаның уңышлы үтәлеүенә ҡарамаҫтан, айырым райондар унда бөтөнләй ҡатнашмай йәки уларға бүленгән лимиттарҙы үҙләштереүҙе тәьмин итә алмай. Былтыр средстволарҙың бер өлөшө айырым райондар иҫәбендә ятып, ахырҙа, киренән республика бюджетына ҡайтарылды. Проект-смета документацияһын күрһәтмәү һәм конкурстарҙың ваҡытында үткәрелмәүе – аҡсаны кире ҡайтарыуҙа йыш осраған сәбәп.
– Дөйөм алғанда, республика буйынса инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөлөшөнә 120 миллион һум аҡса бүленгән, йыл дауамында шуның 31 миллион һумы республика бюджетына кире ҡайтарылған. Был бик ҙур сумма, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ауыл хужалығы министры урынбаҫары. – Артабан был средстволар ошо уҡ йүнәлештәрҙә башҡа муниципаль райондарға таратылды.
Шуның менән бергә аукциондарҙа экономияланған аҡсаны кире ҡайтарыуҙың объектив сәбәптәре лә булды. Рөстәм Зәйнуллин, муниципалитеттар эшендәге етеш­һеҙлектәрҙе анализлап, урындарҙа ауырлыҡ тыуҙырған мәсьәләләрҙә министрлыҡ һәм ведомстволар белгестәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу буйынса аныҡ саралар тәҡдим итте. Ул ошо федераль маҡсатлы программаны үтәүҙә һәм төҙөлөш барышын, бюджет средстволарын файҙаланыуҙы контролдә тотоуҙа был программала ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге механизмдарын булдырыу кәрәклеген билдәләне.
Читайте нас: