-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2011, 15:54

Йәйәү йөрөү өсөн урам буласаҡ

Өфөнө үҫтереү буйынса генераль планға ярашлы, баш ҡалабыҙҙа, ниһайәт, халыҡ йәйәү йөрөй торған урамдар буласаҡ. Өфө ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса идаралығы на­чальнигы Рәмзит Мәсҡулов­тың белдереүенсә, Мостай Кәрим менән Октябрь революцияһы урамдарын шундай урындар итеү күҙаллана. Каруанһарай менән Дуҫлыҡ монументын тоташтырған урам иң масштаблы варианттарҙың береһе һанала. Элекке Ҙур ҡаҙан урамы әлегәсә үҙенең архитектура йөҙөн юғалтмаған, биҙәкләп, үҙенсәлекле итеп төҙөлгән йорттар шул килеш тора.

Өфөнө үҫтереү буйынса генераль планға ярашлы, баш ҡалабыҙҙа, ниһайәт, халыҡ йәйәү йөрөй торған урамдар буласаҡ.
Өфө ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса идаралығы на­чальнигы Рәмзит Мәсҡулов­тың белдереүенсә, Мостай Кәрим менән Октябрь революцияһы урамдарын шундай урындар итеү күҙаллана. Каруанһарай менән Дуҫлыҡ монументын тоташтырған урам иң масштаблы варианттарҙың береһе һанала. Элекке Ҙур ҡаҙан урамы әлегәсә үҙенең архитектура йөҙөн юғалтмаған, биҙәкләп, үҙенсәлекле итеп төҙөлгән йорттар шул килеш тора.
– Октябрь революцияһы урамындағы иҫке йорттарҙы реставрациялап, уларҙан галерея, ресторан, магазиндар эшләргә була. Башҡа ҡалаларҙа шулай эшләйҙәр – биналарҙың элекке йөҙөн ҡайтарыу шарты менән эшҡыуарҙарға бирәләр. Беҙ урамды асыҡ эшләйәсәкбеҙ, күрше урамдарға кешеләр йорттар араһынан иркенләп йөрөй аласаҡ. Һөҙөмтәлә Өфө ҡаласығы – ll музей комплексынан Дуҫлыҡ монументына, Ағиҙел ярына иркенләп сығып буласаҡ. Эргәләге мәсет, иҫке сиркәү ҙә Өфө «Арбат»ының йөҙөн тулыландырып торасаҡ, – ти Р. Мәсҡулов.
Әйткәндәй, Өфө – йәйәүлеләр йөрөй торған урам булмаған берҙән-бер миллионлы ҡала.