Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2011, 15:55

Был аҙнала беҙҙе...

ҡурҡытты...7 апрелгә ҡараған төндә Японияның төньяҡ-көнсығышында теркәлгән ер тетрәү эвакуация үҙәктәрендә йәшәүсе халыҡта паника тыуҙырҙы. Бәхеткә күрә, ул әллә ни ҙур зыян килтермәгән. Шулай ҙа 132 кеше йәрәхәтләнгән, дүрт миллион самаһы ғаилә утһыҙ ҡалған, телефон бәйләнеше өҙөлгән. Әммә «Фуку­сима – 1» атом станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре туҡтамаған. Унда авария хәлендәге реактор­ҙарға азот ағыҙыу дауам итә.

Был аҙнала беҙҙе...
Был аҙнала беҙҙе...
ҡурҡытты...
7 апрелгә ҡараған төндә Японияның төньяҡ-көнсығышында теркәлгән ер тетрәү эвакуация үҙәктәрендә йәшәүсе халыҡта паника тыуҙырҙы. Бәхеткә күрә, ул әллә ни ҙур зыян килтермәгән. Шулай ҙа 132 кеше йәрәхәтләнгән, дүрт миллион самаһы ғаилә утһыҙ ҡалған, телефон бәйләнеше өҙөлгән. Әммә «Фуку­сима – 1» атом станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре туҡтамаған. Унда авария хәлендәге реактор­ҙарға азот ағыҙыу дауам итә.

Дәртләндерҙе...
Йыһан­ға беренсе осош яһауҙың ярты быуат­лыҡ юбилейын билдәләр алдынан Гагарин исемендәге премия булдырылды. Награда Рәсәй космонавтикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ун белгескә биш йылға бер тапшырыласаҡ. Премияның күләме – бер миллион һум. Тәүге тантана быйыл ойоштороласаҡ.

Аптыратты...
Косово парламентында үткән тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә полицияның генераль директоры урынбаҫары Атифете Яхьяга президент итеп һайланды. Ул был вазифала 2012 йылда үтәсәк һайлауҙарға тиклем эшләйәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел Косовоның элекке президенты Беджет Паколли, Конституция суды президент һайлауҙарын законһыҙ тип табыуға бәйле, отставкаға киткәйне. Әммә был уның киләһе һайлауҙарҙа ҡатнашырға теләмәүен аңлатмай.

һағайтты...
РФ Дәүләт Думаһы автомобилис­тар­ға ҡағылышлы закон проектын ҡарамаҡсы. Ул юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡарал­ған штрафтарҙың ҡайһы бер төрҙәренә ҡағыла. Мәҫәлән, трамвай юлында туҡтаған, машинаны ҡалдырған өсөн түләү 2,5 мең һум булыуы мөмкин. Ә бына йәмәғәт транспорты өсөн бүленгән һыҙаттан йөрөүселәр өс мең һум штраф түләйәсәк.
Телгә алғандарҙан тыш, юлға ҡағылышлы тағы әллә күпме штраф артасаҡ. Баш ҡала «коэффициенты»нан сығып иҫәпләнгән штрафтар Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн бер тигеҙ.
Тарифтар 2012 йылдың 1 июленән ғәмәлгә инәсәк.
Читайте нас: