Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2011, 14:44

Рәсәйҙәр Төркиәгә визаһыҙ йөрөй ала

Рәсәй граждандары Төркиәгә визаһыҙ йөрөй аласаҡ – 2010 йылдың 12 майында Анкарала ҡул ҡуйылған Рәсәй Хөкүмәте менән Төркиә Республикаһы Хөкүмәте араһындағы тейешле килешеү 16 апрелдә көсөнә инә.

Рәсәй граждандары Төркиәгә визаһыҙ йөрөй аласаҡ – 2010 йылдың 12 майында Анкарала ҡул ҡуйылған Рәсәй Хөкүмәте менән Төркиә Республикаһы Хөкүмәте араһындағы тейешле килешеү 16 апрелдә көсөнә инә.
Төркиәгә 30 көнгә тиклемге араға хеҙмәт паспорттары булған кешеләр ҙә, гражданлыҡ паспорттары хужалары ла визаһыҙ бара ала. Төркиә граждандары ла ошо уҡ араға Рәсәйгә визаһыҙ килә аласаҡ. Шул уҡ мәлдә рәсәйҙәр өсөн дә, төрөктәр өсөн дә икенсе дәүләт территорияһында визаһыҙ йәшәү ваҡыты һәр 180 көн дауамында барыһы бергә 90 көндән ашмаҫҡа тейеш.
Эшләү йәки уҡыу өсөн Төркиә территорияһына 30 көндән ашыу ваҡытҡа юлланған рәсәйҙәргә элеккесә билдәләнгән тәртиптә визалар юлларға кәрәк.
Читайте нас в