Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2011, 14:45

Башҡортостан делегацияһы – Байконурҙа

Республиканан 130 уҡыусы һәм студент Байконур ҡалаһына «Союз ТМА – 21» карабын осороуҙа ҡатнашырға ике көнлөк сәфәргә сыҡты. Балалар һәм йәштәр йыһанды үҙләштереүсе легендар ҡала менән танышасаҡ, Сергей Королев менән Юрий Гагарин һәйкәлдәренә сәскә һаласаҡ, ҡала музейында буласаҡ, ә төнөн «Байконур» космодромынан юбилей карабының йыһанға осоуын ҡараясаҡ.Осороласаҡ карапты ҡарауға бушлай сертификатҡа йыл һайын үткәрелгән «Социаль форум» социаль һәм фәнни проекттар конкурсында еңеүселәр, Можайский исемендәге авиация тарихы буйынса халыҡ-ара олимпиаданың төбәк туры призерҙары эйә булды. Бындай мөмкинлек шулай уҡ «Космос» конкурсында еңеүселәргә, студенттарҙың «Йәштәрҙең актуаль проблемалары: социаль киңлек, ваҡыт, йыһан» конференцияһында ҡатнашыусыларға бирелде.

Башҡортостан делегацияһы – Байконурҙа
Башҡортостан делегацияһы – Байконурҙа
Республиканан 130 уҡыусы һәм студент Байконур ҡалаһына «Союз ТМА – 21» карабын осороуҙа ҡатнашырға ике көнлөк сәфәргә сыҡты.
Балалар һәм йәштәр йыһанды үҙләштереүсе легендар ҡала менән танышасаҡ, Сергей Королев менән Юрий Гагарин һәйкәлдәренә сәскә һаласаҡ, ҡала музейында буласаҡ, ә төнөн «Байконур» космодромынан юбилей карабының йыһанға осоуын ҡараясаҡ.
Осороласаҡ карапты ҡарауға бушлай сертификатҡа йыл һайын үткәрелгән «Социаль форум» социаль һәм фәнни проекттар конкурсында еңеүселәр, Можайский исемендәге авиация тарихы буйынса халыҡ-ара олимпиаданың төбәк туры призерҙары эйә булды. Бындай мөмкинлек шулай уҡ «Космос» конкурсында еңеүселәргә, студенттарҙың «Йәштәрҙең актуаль проблемалары: социаль киңлек, ваҡыт, йыһан» конференцияһында ҡатнашыусыларға бирелде.
Читайте нас: