Standart & Poor`s халыҡ-ара рейтинг агентлығы аналитиктары Борис Копейкин һәм Александр Балод менән осрашыуҙа республикала бер йыл эсендә булған үҙгәрештәр, әлеге хәл һәм төбәк перспективалары хаҡында һүҙ барҙы.
Борис Копейкин төбәк башлығына Рәсәй Федерацияһында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец Автономиялы Округтарының ғына рейтингы Башҡортостандыҡынан юғарыраҡ билдәләнеүе хаҡында белдерҙе.