БР Сәнәғәт һәм иннновация сәйәсәте министрлығында «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәренең Dreiling Maschinenbau GmbH (ФРГ) компанияһы етәкселеге менән ошо предприятиелар араһындағы ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлекте ойоштороуға бәйле һөйләшеүҙәр үтте.
Немец компанияһы «Ротор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшкәртмәһе менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Бынан тыш, Dreiling Maschinenbau вәкилдәре Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының техник һәм технологик мөмкинлектәрен дә юғары баһаланы. Улар Стәрлетамаҡ заводына, үҙҙәренең электрон һәм программа тәьминәтендәге компетенцияларын файҙаланып, эшкәртеү үҙәктәре етештереү буйынса берлектәге проектты тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.
Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә өлгәшелгән килешеүҙәрҙе нығытыусы протоколдарға ҡул ҡуйылды.