-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2011, 15:11

Яңы электрон хеҙмәт асылды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтында /www.tukaeva.ru/ «Документтар» сервисы асылды.Республикала БР Хөкүмәте норматив акттарының электрон китапханаһы урынлаштырыла. Мәғлүмәттәр банкыһы хоҡуҡи мәғлүмәт менән эшләүсе бөтә белгестәргә, шул иҫәптән ойошмалар етәкселәренә, юристарға, бухгалтерҙарға, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары белгестәренә, шулай уҡ граждандарҙың сикләнмәгән даирәһенә тәғәйенләнә, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтында /www.tukaeva.ru/ «Документтар» сервисы асылды.
Республикала БР Хөкүмәте норматив акттарының электрон китапханаһы урынлаштырыла. Мәғлүмәттәр банкыһы хоҡуҡи мәғлүмәт менән эшләүсе бөтә белгестәргә, шул иҫәптән ойошмалар етәкселәренә, юристарға, бухгалтерҙарға, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары белгестәренә, шулай уҡ граждандарҙың сикләнмәгән даирәһенә тәғәйенләнә, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
– «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан сығарылған норматив хоҡуҡ акттары» документтар банкыһы көнүҙәк документтар менән даими тулыландырыласаҡ, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов. – Шуның менән беҙ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иғлан иткән властың асыҡлығына йүнәлтелгән курсты тормошҡа ашырабыҙ.
Уңайлы эҙләү карточкаһы талап ителгән документтың төрө, исеме, һаны, ҡабул итеү датаһы буйынса уны тиҙ генә табырға ярҙам итә. Табылған документтарҙың тексын, Microft Word, ОрелОffiсе программаларын, НТМL рәүешендә браузерҙа асып, төрлө ысул менән ҡарарға, шулай уҡ уға һылтанма алырға мөмкин.