Николай Красников Германияла үткән мотоуҙышта етенсе йыл рәттән донъя чемпионы исеменә, ә Стәрлетамаҡтың «Каустик» мотоклубынан Игорь Кононов көмөш миҙалға лайыҡ булды. Башҡортостан егеттәре был һөҙөмтә менән 1973 йылда Инцел ҡалаһында Ғабдрахман ҡадиров менән Борис Самородов күрһәткән рекордты ҡабатланы. Рәсәй әлеге чемпионатта 39 миҙал яуланы, шуларҙың 15-е Өфө спортсылары иҫәбенә тура килә.
«Социаль форум – 2011» республика конкурсының тәүге этабында еңеү яулаған 26 кешегә Байконур космодромына бушлай барыуға сертификаттар тапшырылды. Алтынсы йыл ойошторолған форумда 500-ҙән ашыу үҫмер һәм студент ҡатнашты. Сара беренсе тапҡыр Йыһанға осоуҙың 50 йыллығына арнап ойошторолдо.
7 – 9 майҙа «ФПК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Рәсәй Федерацияһында хәрәкәт иткән алыҫ араға йөрөүсе поездарында юл йөрөүгә тарифтар ике тапҡырға кәметелә. Әле арзан хаҡ буйынса билеттар һатыла башлаған да инде. Был бөтөн төр вагондарға ла ҡағыла.
Бөрйән районының Әтек, ҡолғона һәм Иҫке Монасип ауылдары «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыуға заявка биргән. Конкурста ҡатнашырға барлығы 19 ауыл биләмәһе теләк белдергән, уларҙа алкоголгә ҡаршы саралар үткәрелә башлаған да инде. Заявкалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
14 – 17 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Халыҡ-ара джаз фестивале үтәсәк. Быйыл ул БР Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы Олег Киреев етәкселегендә ойошторола. Фестивалдә күренекле музыканттарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Милләт сәләмәтлеге лигаһы республика мәрхәмәтлек фонды попечителдәр советының ойоштороу мәсьәләләренә арналған беренсе ултырышы үтте. ҡатнашыусылар тыумыштан йөрәк сирле балаларға маҡсатлы ярҙам күрһәтеү буйынса мәрхәмәтлек программаһын раҫланы. БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов попечителдәр советының рәйесе итеп һайланды.
Башҡортостанда биш аҙыҡ төрөнә – йомортҡаға, тары ярмаһына, ҡарабойҙайға, аҡ икмәккә һәм кәбеҫтәгә йәнә хаҡ артҡан. Шул уҡ ваҡытта үҫемлек майы, шәкәр, картуф кеүек социаль аҙыҡтар 0,9 процентҡа тиклем арзанайған. Аҙыҡ-түлек айырыуса Өфө, Межгорье, Белорет һәм Сибай ҡалаларында ҡиммәт.
Шишмә районының Келәш ауылында йәшәүсе 39 йәшлек ҡатын социаль приюттағы дүрт балаһына алимент түләмәгәне өсөн яуапҡа тарттырылған. Әсә, ай һайын эшләп тапҡан аҡсаһының 50 процентын йәки минималь хеҙмәт хаҡынан да кәм булмаған өлөшөн балаларына түләргә тейеш була тороп та, бурысын үтәмәүҙә ғәйепләнә. Әле сабыйҙарына 200 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм ул дәүләт файҙаһына эш хаҡының 10 процентын тотоп ҡалыу шарты менән һигеҙ айға холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп ителгән.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.