-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2011, 15:08

Ҡоймаҡтың «иң төйөрлөһө» – быйылғы беренселәр өлөшөндә

Өфөлә «Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәптәре яңы быуын федераль дәүләт мәғариф системаһы шарттарында: тәжрибә, проблемалар һәм перспективалар» тип аталған бөтә Рәсәй конференцияһында БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов Башҡортостандың 200-ҙән ашыу мәктәбендә ете меңгә яҡын беренсе класс уҡыусыһының яңы мәғариф системаһы буйынса уҡыуы тураһында белдерҙе.

Ә башланғыс кластар яңы федераль стандарттарға 2011 йылдың 1 сентябренән мотлаҡ күсереләсәк, шунлыҡтан был тема күптәрҙе, шул иҫәптән уҡытыусыларҙы, ата-әсә­ләр­ҙе ныҡ борсой. Беренсе класҡа киләсәк балалар ниндәй белем алыр, яңы белем биреү процесында ниндәй идеалдар һәм ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелер? Яңы стандарттың ниндәй аспекттары уҡытыусыларға ҡағылыр? Сарала ҡатнашыу­сылар ошо һорауҙарға яуап табыр­ға тырышты.
Әле төбәк мәктәптәрендә 10075 башланғыс кластар уҡытыусыһы эшләй, 2010 йылдың 1 сентябрендә 43353 бала беренсе класҡа килгән. Ә быйыл 1 сентябрҙә беренсе класс уҡыусыларына 3170 башланғыс класс уҡытыусыһы белем бирәсәк. Үрҙә телгә алынған институт яңы стандарттар буйынса эшләүсе уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү, консультациялар биреү, башҡа мәғариф учреждениеларының инновацион тәжрибәһен таратыу буйынса эш алып барасаҡ.
Рәмил Мәжитов әйтеүенсә, башланғыс мәктәп балаларҙа үҙ аллы белем алыуға, ижади камиллашыуға ихтыяж тыуҙыра алыуға өлгәшергә, ә уҡытыусы уҡыусыларына уларҙың белем алыу процесында килеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтергә тейеш.